Үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлау, нығытыу милләттең сәләмәтлеген, именлеген, йәмғиәттең тотороҡлолоғон тәьмин итә. Ул — Рәсәйҙең социаль дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө юлдарының береһе.
Йәш быуындың тормошҡа ниндәй һаулыҡ менән аяҡ баҫыуы властың, ведомстволарҙың, гражданлыҡ йәмғиәте институттарының, ғаиләнең берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә бәйле. Балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙа мәғариф системаһының өлөшө айырыуса ҙур: тәрбиә, белем биреү һәм һаулыҡ бер бөтөндө тәшкил итә.
Уҡыусыларҙың күп ваҡыты мәктәптә үтә. Ошоға бәйле уларҙың һаулығы ҡаҡшауы хаҡында ата-әсәнән, уҡытыусыларҙан йыш ишетергә тура килә. Бының сәбәбе төрлө: дөрөҫ туҡланмау, хәрәкәт етмәү, компьютер янында оҙаҡ ултырыу, йәш кимәленә тура килмәгән йөкләмәләр... Шуның өсөн дә Рәсәй мәғарифы алдына балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һаулығын хәстәрләү, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, бының өсөн шарттар булдырыу бурысы ҡуйылған. Илдең мәғариф тураһындағы яңы законында ла был талаптар төп урынды биләй. Ҡануниәттә белем биреү ойошмаларының уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау буйынса бурыстары — сәләмәт тормош алып барырға, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеү, туҡландырыуҙы яҡшы ойоштороу, физкультура, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, тәмәке тартыуҙы, иҫерткес эсемлектәрҙе, наркотик ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм тыйыу — аныҡ билдәләнгән.
Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү, медицина тикшереүе үткәреү, диспансерлаштырыу бурысы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең башҡарма власть органдарына йөкмәтелгән. Был йәһәттән белем биреү ойошмаһында медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн бөтөн шарттары булған бүлмә булырға тейеш. Заман талаптарына ярашлы, мәғариф учреждениеларында медицина менән тәьмин итеүҙең норматив базаһы яңыртыла. Әле Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан "Бәлиғ булмағандарға, шул иҫәптән белем биреү ойошмаларында уҡытыу һәм тәрбиәләү мәлендә медицина ярҙамы күрһәтеү тәртибен раҫлау тураһында"ғы бойороҡтоң проекты әҙерләнде. Был документта медицина персоналының штаттағы һаны, кабинетты йыһазландырыу тәртибе, хеҙмәткәрҙәрҙең бурыстары сағылыш таба. Мәҫәлән, шәфҡәт туташына йәки фельдшерға ставка 100 — 500 уҡыусыға ҡарап бирелә. Кабинетта, ғәҙәттәге кәрәк-яраҡтан тыш, юғары технологиялы ҡорамалдар, мәҫәлән, уҡыусының һаулығына скрининг-баһа биреү өсөн тәғәйенләнгән аппарат-программа комплексы ҡуйылыуы ихтимал. Шулай уҡ балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең гигиенаһы буйынса айырым табип урыны булдырыласаҡ. Ул, уҡыусыларҙан тыш, мәктәп мөхитенең, учреждениеның санитар торошон, тәрбиә һәм белем биреү шарттарын, физкультура-һауыҡтырыу эшен ойоштороуҙы, шулай уҡ яңы диагностика технологияларын индереүҙе контролдә тотасаҡ.
Рәсәйҙең Юстиция министрлығында теркәлеү үткәндән һуң белем биреү ойошмаларында медицина хеҙмәте күрһәтеү тураһындағы был бойороҡ илдең барлыҡ төбәгендә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Мәғариф тураһындағы яңы законда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы уҡытыу шарттарына ҙур иғтибар бүленә. Элекке ҡануниәттә бындай үҙ-аллы нормалар юҡ ине. Бөгөн иһә, һаулыҡ мөмкинлектәренә ҡарамайынса, һәләтенә, ихтыяждарына ярашлы, һәр баланың сифатлы белем алырға конституцион хоҡуғы бар.
Үлем осраҡтарының күбеһе насар ғәҙәттәргә (тәмәке тартыу, наркомания һәм башҡалар) бәйле булыуын күҙ уңында тотоп, дәүләт сәйәсәте балаларҙы бәләкәйҙән сәләмәт тормош алып барырға өйрәтеүгә, сирҙәрҙе иҫкәртеүҙе көсәйтеүгә йүнәлтелде. Алдынғы илдәрҙең тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ошондай саралар менән генә кешенең ғүмерен 10 — 20 йылға оҙайтырға мөмкин. Барыбыҙға ла билдәле: баланың ҡылыҡтары, тәртибе бәләкәй сағында формалаша һәм бында белем биреү ойошмаларының өлөшө ифрат ҙур.
Киң таралған сирҙәрҙең нигеҙендә дөрөҫ туҡланмау һәм артыҡ ауырлыҡ ятыуын иҫәптә тотоп, әле "Мәғариф ойошмаларында, һауыҡтырыу һәм социаль яҡлау учреждениеларында балалар өсөн файҙалы, шул иҫәптән ҡайнар, туҡланыу тураһында"ғы федераль закондың проекты эшләнде. Ул йыл аҙағында Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.
Йәштәрҙең һаулығын нығытыуҙа шулай уҡ хәрәкәт әүҙемлеге, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең өлөшө ҙур. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән күпмелер ҡаҙанышҡа өлгәшһәк тә, әлегә башҡа алдынғы илдәргә етә алмайбыҙ. Мәсьәләнең мөһимлеген иҫәптә тотоп, быйыл Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарары менән "Физкультураны һәм спортты үҫтереү" дәүләт программаһы эшләй башланы. Унда тотош йәмғиәтте сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү нормалары сағылыш таба.
Ғөмүмән, уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, белем, тәрбиә биреү процесында сәләмәт тормош рәүеше формалаштырыу — мәғариф учреждениеларының төп бурыстарының береһе. Уны ҡануниәт һәм норматив база тарафынан үҫтереү, камиллаштырыу дәүләт сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.