Татлы балдың үҙ нескәлектәре бар31.08.2013
Татлы балдың үҙ нескәлектәре барҺәр бәйгенең — үҙ төҫө, үҙ матурлығы. Быйылғы XIII республика умартасылары һәм “Йәш умартасы” VII республика конкурсының төп биҙәге булып Әбйәлил районынан алты йәшлек Лилиә Ғибәҙәтованың ҡатнашыуы булғандыр. Үҙе лә бал ҡортондай кейенгән, нескә билле, тырыш һәм ныҡыш Лилиә, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, конкурстың бөтә турҙарында ҡатнашып, ярыштың йәш быуын өсөн ни тиклем файҙалы булыуын үҙ миҫалында асыҡ күрһәтә алды. Әйткәндәй, был сараның төп маҡсаты – республикабыҙҙың данын бар илдәргә танытыр һәм балҡытыр башҡорт балын һаҡлау, яҡлау һәм уны артабан үҫтереү, киләсәк быуынға тапшырыу. Шуға күрә быйылғы Бал байрамында тәжрибәле умартасылар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа көс һынашты, ололар менән бер рәттән ярышты, уларҙың тәжрибәһен өйрәнде.

Баһалама рәйесе, Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия үҙәгенең генераль директоры, биология фәндәре докторы Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, йыл һайын йәштәр ололарға ҡарағанда яҡшыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтә, шуға күрә быйылғы конкурста ике быуын умартасыларҙың ҡатнашыуы — артабан был кәсептең юғалмауына, ә, киреһенсә, үҫешәсәгенә асыҡ миҫал. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, был юлы балаларға тәжрибәле умартасыларҙыҡы кеүек бер үк талаптар ҡуйылды, өйгә эш, теория буйынса һынауҙар тоторға тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгеселәр араһында ғаилә традицияларына тоғро ҡалып, аталы-уллы умартасылар ҡатнашты.
Бәйгеселәр көс һынашҡан ваҡытта, бер яҡ ситтә бал йәрминкәһе гөрләне. Балдың ниндәйе генә юҡ! Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, хатта Бөрйәндән солоҡ балына тиклем килтергәндәр. Умартасылар быйыл балдың мул булыуына ҡыуана, йүкә балы иҫ киткес күп, һуңғы ун йылда ундай бал булғаны юҡ ине, ти улар.
Бөрйән солоҡсолары Иҫке Мөсәт ауылынан Ғәли Ҡолбирҙин менән Тимерҙән Камалетдин Ҡолдобаев менән танышам. Уларҙың ҡиммәтле һәм сихәтле балы “һә” тигәнсә һатыла. Иң шифалы һәм таҙа бал Бөрйәндә тигән һүҙҙең дөрөҫлөгө ысынбарлыҡҡа тап киләлер, күрәһең. Шулай булмаһа, башҡа район вәкилдәренә ҡарағанда, халыҡ уларҙыҡына өҫтөнлөк бирмәҫ ине.
Бәйгеселәрҙең “Өйгә эш” тип аталған төрөндә ярыш бигерәк ҡыҙыу барҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: күптәр ҡортсолоҡто үҫтереүҙең яңы алымдары менән таныштырҙы, умартаны заманса технологиялар менән йыһазлау, ҡышҡылыҡҡа әҙерләү буйынса төрлө тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Бигерәк тә Шаран районынан Олег Дмитриев эшендә нисек көнкүреш фенын ҡулланыуы, Бөрйәндән Марс Ишмөхәмәтовтың нәҫелдән килгән солоҡсолоҡто үҫтереүҙең яңы алымдары хаҡындағы фекерҙәре умартасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Шулай уҡ татлы балдың “әсе” яҙмышы хаҡында ла һүҙ булды. Йыл һайын республикала умартасылар һаны арта, ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса проблемалар ҙа юҡ түгел. Бал хужаларының иң ауыртҡан урындарының береһе — етештергән тауарҙы һата алмауҙары. Күптәре баҙарға балды үҙҙәре сығара, һата. Әммә һәр саҡ халыҡта ҙур һорау менән файҙалана тип әйтеп тә булмай. Бигерәк тә хәҙер баҙарҙы “ҡырағай” бал яулап бара, Карпат тауҙарынан, Ҡаҙағстандан килтерелгән балдың башҡорт балы исеме менән сауҙа кәштәләрендә ныҡлап урын ала барыуы умартасыларҙы хафаға һала. Шулай уҡ республика етәкселеге тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар ысынбарлыҡта тормошҡа ашырылмай, күмәртәләп бал һатып алыуҙар ойошторолмай. Тап ошо мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырышты бәйгеселәр.
Әлбиттә, ярыш булғас, еңеүселәр билдәләнде, уларға бүләктәр тапшырылды. “Йәш умартасы” конкурсында беренсе урынды Баймаҡтан Юнир Ҡайниев яулаһа, Шаран районынан Виталий Маркелов – икенсе, Бишбүләктән Раил Шиһапов өсөнсө урындарҙы бүлеште. Умартасыларҙың XIII республика конкурсы еңеүсеһе тип Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылынан Рәдиф Халиҡов танылды. Ике тапҡыр бәйгелә ҡатнашып, быйыл беренселекте алған Рәдиф Абдулбарый улының ҡыуанысы сикһеҙ. Запастағы подполковник хәрби хеҙмәттән һуң ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әле уның 60-тан ашыу умартаһы бар. Буш ваҡытында шөғөл булһын тип башланған эштең табышлы кәсепкә әүерелеүенә, үҙендә умартасы ҡомары уяныуына нәҙекәй билдәрҙең егәрлелеге булышлыҡ итте, тип йылмая еңеүсе.
– Уларҙан ҡалышмай тырышҡанда ғына, ҡашығың тулы бал була, — ти Рәдиф Халиҡов. Киләһе йыл умартасыларҙы Ғафури районы ҡабул итәсәк.

Мәҙинә Ибраһимова, тәжрибәле умартасы, Әбйәлил районы:
— Умартасыларҙың төп проблемаһы – балды һатып булмауҙа. Бөгөн үҙебеҙ етештергән балды теләнселәп кешеләргә тәҡдим итергә мәжбүрбеҙ. Ни өсөнмө? Сөнки баҙарҙы Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Карпат, Кавказдан килтерелгән бал ҡорттары баҫып бара. Мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһы эшҡыуарҙары беҙҙең балды күмәртәләп һатып ала торғайны, быйыл улар осһоҙораҡ, әммә сифатһыҙ татлы балға өҫтөнлөк биргән. Башҡорт балы бренды менән ситтән килтерелгән ҡорт балы баҙарҙы артабан да яулай икән, тимәк, беҙҙең тауарҙың баһаһы юҡҡа сығасаҡ тигән һүҙ. Бәлки, республика етәкселеге тарафынан был йәһәттән тиҙ арала аныҡ саралар күрелер. Ниңә тәжрибәле умартасыларға “Башҡорт балы” йәки “Сифатлы бал” тигән сертификат йәки тамға бирмәҫкә?
Рәмил Ғилманов, Күгәрсен районы:
— Бал тиҙ боҙола торған әйбер түгел, уны оҙаҡ йылдар буйы һаҡлап була. Шуға күрә күп умартасы йылдар буйы һата алмаған балды феләктәрҙә һаҡлай. Әммә был мәсьәләне хәл итеү юлы түгел. Күмәртәләп һатып алыу ойошторолорға, балды һатып алыу хаҡы ла кәрәгенсә булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡортсолоҡ үҙәктәре балдың килограмын ни бары 100 һум менән һатып ала. Яҡшы бер кило кәнфит магазинда 300 – 400 һум тора, ниңә ыҙалап йыйған балды осһоҙға ғына бирергә тейешбеҙ?!

Рәмис Сәрүәров, Краснокама районы:
— Йәш умартасылар конкурсында ҡатнаштым. Атайым менән 60 умарта ҡарайбыҙ. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү оҡшай, быйыл XI класҡа барам. Артабан да белемемде ошо юҫыҡта дауам итергә уйлайым.


Вернуться назад