Әбйәлилгә тәғәйен 15 миллион 625 һум аҡса Сибай ҡалаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы иҫәбенә күсерелеү сәбәпле, идаралыҡ начальнигы Азамат Юлдашбаев етәкселегендәге эшсе төркөм унда юлланды. Шул уҡ көндә биш төркөм ойошторолоп, һәр береһе полиция хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә зыян күргән ауылдарға таралды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡазаға тарыған ауыл хакимиәттәре янында эшсе төркөмдәр эшләне, улар һәр йортта шәхсән булып, ташҡын килтергән зыян иҫәбен барланы. Әйтергә кәрәк, теркәүҙә торған сабыйға тиклем һәр кем иҫәпкә алынды. Ҡарарға ярашлы, республика ҡаҙнаһынан һәр кешегә биш мең һум биреү ҡаралған, әммә ғаиләгә бүленгән сумма 25 меңдән артырға тейеш түгел. Азамат Юлдашбаев белдереүенсә, республиканан килгән ярҙамдың халыҡҡа тиҙ арала таратылыуы мотлаҡ. Эш араһында килеп сыҡҡан проблемаларҙы урында хәл итеү маҡсатында, уның етәкселегендә эшсе төркөм, һуңғы һумдар тейешле кешеләргә тапшырылғансы, районда эшләйәсәк. Мәҫәлән, паспортта яңылыш яҙылған исем-шәрифтәр, дата, теркәү урындары йәки бер хәрефтең яңылыш булыуы ла сетерекле хәлгә килтереүе ихтимал.
Мөлкәте, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәне, утыны, картуф, йәшелсә баҡсаларының юҡҡа сығыуы арҡаһында зыян күрһәләр ҙә, әбйәлилдәр төшөнкөлөккә бирелмәгән. Һәр береһе әле ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш алып бара, кемдер мал аҙығы әҙерләй, икенселәре йорт-ҡураһын нығыта. Әүнәш йылғаһының ажарланып ташыуы Яңауыл ауылы халҡына ҙур зыян килтергән. Дәүләт ауыл биләмәһендә 49 йорт, 138 кеше бәләгә тарый.
Кис булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ клубҡа дәррәү йыйылды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәләне яңауылдар берҙәм күтәргән, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыу арҡаһында ауылдаштары имен ҡалған. Бәҙиғә Ҡотоева әйтеүенсә, бындай ҡазаны ғүмерендә тәүге тапҡыр күреүе.
– Өйгә һыу тулды, тышҡа сығырға мөмкин түгел. Утыныбыҙ, бесәнебеҙ тотошлай ағып китте. Тышҡы һәм өйҙәге баҙ емерелде, йорт эсе әле булһа кибеп бөтмәгән. 60 мең һум самаһы зыян күргәнбеҙҙер, – ти Бәҙиғә инәй.
Ҡазаға тарыусыларҙың зыян күләмен тулыһынса ҡаплап бөтөү мөмкин булмаһа ла, тәүге аҡсалата ярҙамдың урындарға барып етеүе ҡыуаныслы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил, Белорет райондарында эш сәфәре менән булғанда халыҡҡа ярҙам итәсәген белдергәйне. Вәғәҙә – иман, тәүге ярҙам тап республика ҡаҙнаһынан күсерелде. Шулай уҡ ошо арала Федераль ҡаҙнанан ярҙам килеүе көтөлә.