Ярты быуат эсендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең үҙәге булып танылған ҡаланың тарихы 1955 йылда Краснокама районының Арлан ауылы янында нефть ятҡылыҡтарын асыуҙан башлана. Бер нисә йылдан Кәсәү ауылы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан нефтселәр һәм төҙөүселәр ҡасабаһы 1963 йылдың 1 февралендә "Нефтекама" исеме менән республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала. Байрам алдынан ҡала хакимиәте башлығы Илүс ҒАРИФУЛЛИН беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.
— Илүс Фәғит улы, гәзит уҡыусыларҙы Нефтекаманың социаль-иҡтисади хәле, яңырыу һәм үҫеш перспективалары менән ҡыҫҡаса таныштырып китһәгеҙ ине.
— Ҡала иҡтисады күп тармаҡлы: беҙҙә, нефть һәм газ сығарыуҙан тыш, машиналар һәм нефть ҡорамалдары, электр һәм йылылыҡ, металл һәм ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек етештереү предприятиелары, төҙөлөш ойошмалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр уңышлы эшләп кенә ҡалмай, ә үҫеш юлынан бара. Үҙенең продукцияһы менән донъяла киң билдәле Нефтекама автозаводы, Ҡарман ГРЭС-ы, яһалма күн етештереү йәмғиәте, Әмзә урман комбинаты, нефть промыслалары ҡорамалдары һәм машина эшләү заводтары, күн-галантерея фабрикаһы ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле визит карточкалары булып тора. Ғәмәлдәге “Ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешен 2015 йылға тиклем инвестициялау программаһы” ла тап ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Нефтекамала йыл башынан 22 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән, үҫеш темпы 101,2 процент тәшкил итте. Ярты йылда бөтөн төр эшмәкәрлек буйынса алынған дөйөм килем 273 миллион һумдан артып китте, былтырғы менән сағыштырғанда был — 190 процент. Эре һәм урта ҙурлыҡтағы ойошмаларҙа эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артыуы ла ҡыуандыра: ул 2012 йылға ҡарағанда биш процентҡа артты һәм бөгөн 21 мең 748 һум тәшкил итә.
— Социаль өлкәлә хәлдәр нисегерәк?
— Был йүнәлеш ҡала хакимиәте эшмәкәрлегендә төп урынды биләй тип әйтһәм, бер ҙә хата булмаҫ. Башҡортостан Республикаһы Президенты үҙенең
йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә кешеләрҙә иртәгәге көнгә ышаныс, тыуған яҡ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо артһын өсөн уларға ҡулай, хәүеф-хәтәрһеҙ һәм уңайлы мөхит булдырыу маҡсаты ҡуйғайны. Беҙ нәҡ шуға ынтылабыҙ. Был йәһәттән бер миҫал урынлы: һуңғы йылдарҙа ҡаланы ташлап ситкә китеүселәр юҡ, киреһенсә — Нефтекамаға килеп төпләнеүселәр арта.
Ҡала округында йәшәүселәрҙең тормош кимәлен һәм сифатын күтәреү буйынса билдәләнгән бурыстар һуңғы йылдарҙа тулыһынса үтәлеп килә. Тәү сиратта был торлаҡ төҙөүгә ҡағыла. Мәҫәлән, быйылғы йылдың ете айында уның сафҡа ингәне 56 мең 748 квадрат метр тәшкил итте, шуның өстән ике өлөшөнән ашыуы – шәхси йорттар. Былтырғы менән сағыштырғанда был күрһәткестәр 267,3 һәм 224,6 процентҡа тиң. Үҙ йортон төҙөү өсөн 383 ғаиләгә ер участкалары бирелде. Ҡала округы биләмәһендә шәхси торлаҡ һалыуға яраҡлы ер етмәгәнлектән, Краснокама һәм Яңауыл райондары хакимиәттәре менән берлектә тейешле майҙан бүлеү мәсьәләһен хәл иттек.
Михайловка биҫтәһе, Ташкинов һәм Әмзә ауылдары халҡын “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеүҙе тамамлау маҡсатында һигеҙ километрҙан ашыуыраҡ газ селтәрен сафҡа индерҙек, “Көнсығыш-4” биҫтәһендә һыу үткәреү буйынса күп эш башҡарылды.
Йыл башында етемдәргә, күп балалы һәм йәш ғаиләләргә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә яңы сафҡа ингән социаль йорттан 40 фатир асҡысы тапшырғайныҡ, әле үҙебеҙҙең “Нефтекамскстройзаказчик” ойошмаһы сираттағы туғыҙ ҡатлы социаль йорт төҙөй.
— Балалар баҡсалары мәсьәләһе менән ҡалала хәлдәр нисек?
— Һуңғы биш-алты йылда ҡалала тыуым һиҙелерлек артты, донъяға килгән сабыйҙар һаны республикалағы уртаса күрһәткестән юғары. Алдағы йылдарҙа мең ярым тирәһе бала тыуһа, быйылғы ете айҙа ғына уларҙың һаны ике меңдән ашып китте. Был, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. Шуға ла төп бурыс — йәш нефтекамаларҙың заманса уңайлы шарттарҙа үҫеүен һәм тәрбиәләнеүен тәьмин итеү. Беҙҙең ҡалалағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары селтәрен үҫтереү маҡсатлы республика программаһына индерелгән, һәм һуңғы йылда ғына киҫкен алға китеште тәьмин иттек. Эшләп килгән баҡсаларҙа өҫтәмә урындар асыу һәм быға тиклем башҡа маҡсаттарҙа файҙаланылғандарын ҡайтанан үҙгәртеп ҡороп, төҙөкләндереү менән бер рәттән, 220-шәр урынға иҫәпләнгән заманса баҡсалар ҙа һалабыҙ.
— Йәшәү кимәле ҡулланыу баҙарына ла бәйле...
— Был йәһәттән дә эштәр яйлы. Халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү тотороҡло үҫә. Ете айҙа ваҡлап һатыу күләме, 12 миллиард һумдан ашып китеп, былтырғы менән сағыштырғанда 112 процент тәшкил итте. Сауҙа предприятиелары һаны 16-ға артты, 63 миллион һумдан ашыу шәхси капитал иҫәбенә биш меңдән артығыраҡ квадрат метрлыҡ яңы сауҙа майҙандары сафҡа инде. Нефтекама икмәк комбинаты, һөт заводы, “Кама беконы” ит комбинаты, “Аҡсарлаҡ” сауҙа предприятиелары селтәре йылдың-йылы уңышлы эшләп килә.
— Ҡаланың илле йыллығына ҡарата ниндәй эштәр башҡарылды?
— Юбилей тип гел байрам итеп ултырып булмай бит. Быйылғы йыл халыҡ хәтерендә күңел асыу саралары менән генә түгел, ә кешеләр файҙаһына башҡарылған аныҡ эштәр менән урын алһын тип тырышабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәренә алда туҡталғайным инде. Төрлө йүнәлештәге төҙөлөш һәм йорттарҙы төҙөкләндереү, ҡала урамдарын һәм ихаталарҙы тәртипкә килтереү, уларҙы йәшелләндереү киләсәктә лә киң ҡолас менән дауам итәсәк. Яңыртыуҙан һуң үҙ ишектәрен асҡан “Мираҫ” картина галереяһы, ҡала ветерандары советының яңы бинаһы, шулай уҡ байрам алдынан асылған Ленин урамындағы “Хеҙмәт даны”, Комсомол проспектындағы Йәштәр аллеялары — юбилей ҡаҙаныштары. Беренсеһендә ҡаланың тәүге етәксеһе, Нефтекаманың почетлы гражданы Евгений Карцевҡа бюст асылды, ә Йәштәр аллеяһында, дөйөм өмә үткәрелеп, 200 төп зәңгәр шыршы ултыртылды.
— Байрам көнөндә ҡала халҡына теләктәрегеҙ, Илүс Фәғит улы?
— Нефтекамаларҙы юбилей менән тәбрик итеп, уларға ныҡлы һаулыҡ, бар эштәрендә лә уңыштар теләйем. Ә ҡалабыҙ барлыҡҡа килеүенә төп сәбәпсе бул-ған нефть һәм газ сығарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән дә ҡотлайым. Киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарайыҡ, яҡташтар!
“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”ның береһеПредприятиеның үҙенә генә түгел, ҡалабыҙға ла Рәсәй һәм Европа кимәлендә киң билдәлелек килтереүе менән хаҡлы ғорурлана Нефтекама автомобилдәр заводы коллективы. Эшмәкәрлеген “КамАЗ” үҙбушатҡыстарын етештереүҙән башлаған “НефАЗ”, ике быуат киҫешкән йылдарҙа килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, инде тиҫтә йылдан ашыу илебеҙҙең машиналар эшләү өлкәһендә бер нисә йүнәлеш буйынса алдынғылыҡты ныҡлы һаҡлап килә. Бөгөн заводта пассажир һәм вахта автобустарының, нефть продукттарын ташыу өсөн цистерналарҙың, тағылма арбаларҙың, үҙбушатҡыстарҙың бер нисә моделе сығарыла. Уларҙың күптәре “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” республика бәйгеһендә һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” ил конкурсында 2001 йылдан башлап лауреат исемен алып килә.
Продукция төрҙәрен арттырыу һәм технологик процестарҙы яңыртыу нигеҙендә юғары сифатлы техника эшләүгә йүнәлеш алған Нефтекама автозаводы быйылғы йылдың тәүге яртыһын уңышлы тамамланы. Алты айҙа былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда етештереү күрһәткесе 101,6 процент тәшкил итһә, ҡулланыусыларға ебәрелгән техника күләме 103,9 процентҡа етте. Предприятие бизнес-планының төп күрһәткестәре уңышлы үтәлде: үҙбушатҡыстар сығарыу — 105,6, цистерналар эшләү – 106,4, тағылма арбалар етештереү – 101,8, вахта автобустарын монтажлау 109,5 процент тәшкил итте. Илдең автомобиль баҙарындағы хәлгә бәйле, пассажир автобустарын эшләү күҙалланған кимәлгә етмәһә лә, улар былтырғыға ҡарағанда 24,4 процентҡа күберәк сығарылды.
— Беҙҙең ҡаҙаныштар нигеҙе – продукция эшләп сығарыуҙың барлыҡ этаптарында ла инновация программаларын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу һәм етештереүҙе яңыртыу, — ти “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәйеф Маликов. – Мәҫәлән, заводтың яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған әҙерләү производствоһында былтырҙан башлап заманса, алдынғы ысулдар ғына ҡулланыла. Металды лазер, плазма һәм газ ярҙамында киҫеү комплекстарына Германияның “ЕНТ” фирмаһының тимер табаҡтарын бөгөү пресы өҫтәлде. Цистерналарҙың эске һәм тышҡы йөйҙәрен автомат менән иретеп йәбештереү ысулын үҙләштереү эштең сифатын да күтәрҙе, сарыф ителгән ваҡытты ла кәметте.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең төрлө хужалыҡ тармаҡтарында эшләүсе үҙбушатҡыс машиналарҙың яртыһын Нефтекамала етештерелгән “КамАЗ”-дар тәшкил итә. Предприятиела әле уларҙың дәғүәселеккә һәләтлелеген арттырыу буйынса ла маҡсатлы саралар тормошҡа ашырыла.
Әлбиттә, предприятиеның бөгөнгө ҡаҙаныштары завод эшсәндәренең тырыш һәм ныҡышмалы хеҙмәтенә бәйле. Йәмғиәттең 8 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙән торған коллективы инновацияларҙы тормошҡа ашырыу һәм етештереүҙең төп өлкәләрен яңыртыу йүнәлешендә маҡсатлы эшмәкәрлеккә ныҡлап тотонған. Шулай булғас, Нефтекама машина эшләүселәренең яңы ҡаҙаныштары алда әле.
Юбилейың менән, тыуған ҡалам!Мозафар Хәкимов, хеҙмәт ветераны:
— Нефтекаманың зирәк, талантлы һәм эшһөйәр халҡы ярты быуат эсендә уны заманса ҡалаға әйләндерҙе. Мин бында 1962 йылдан йәшәйем һәм уның үҫеүен бөгөнгә тиклем үҙ күҙем менән күрҙем. Быға бик шатмын, ҡалабыҙҙың тарихы, уның көндәлек эшмәкәрлегендә күп йылдар әүҙем ҡатнашыуым менән сикһеҙ ғорурланам.
Эльза Ғайсина, табип:
— Беҙ республикабыҙҙың иң матур, таҙа һәм саф һауалы ҡалаһында йәшәйбеҙ. Бының ҡәҙерен беләйек. Йөҙҙәребеҙҙән шатлыҡ китмәһен, тик йылмайып аралашайыҡ. Бер-беребеҙҙең күңелен төшөрмәйек, матур ҡалала матур йәшәйек, замандаштар! Барығыҙҙы ла байрам менән ҡайнар ҡотлайым. Тормошоғоҙ күберәк ҡыуаныслы көндәрҙән торһон, уңыш юлдаш булһын һеҙгә.
Салауат ХаЖиев, банк хеҙмәткәре:
— Ҡалабыҙҙың йәшел урамдары, күп ҡатлы йорттары күңелемә бигерәк тә яҡын. Бында тыуҙым, уҡыным, һөйгәнемде осратып, ғаилә ҡорҙоҡ, ике бала үҫтерәбеҙ. Күп урындар беҙҙең йәшлек хәтирәләрен һаҡлай. Нефтекаманы ташлап ҡайҙалыр ситкә китеү теләге уйға ла ингәне юҡ. Бында тыуыуым һәм йәшәүем менән ғорурланам.
Гүзәл Косолапова, полиция хеҙмәткәре:
— Нефтекама – көндәлек тормош өсөн уңай һәм тыныс ҡала, иманым камил, киләсәктә лә шулай буласаҡ. Бындағы бөгөнгө ҡаҙаныштар — нефтселәрҙең, төҙөүселәрҙең, башҡа өлкәләрҙә эшләүселәрҙең бер нисә быуынының фиҙакәр хеҙмәт емеше, улар матур традициялар ҡалдырған. Эштән һуң файҙалы һәм күңелле ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ҡалала бөтөн шарттар бар.
Данлы эштәре ырамлыҠаланың илле йыллығы менән бер рәттән Арлан нефть ятҡылығының Вятка майҙансығы ла юбилейын билдәләй.
Кама йылғаһының уң яҡ ярында, Удмуртия Республикаһы биләмәһендә “ҡара алтын” сығарыу эше 1973 йылда башлана. “Арланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының 17 эшсеһенән торған беренсе “десант” бөгөн “РуссНефть” компанияһына ҡараған һәм утыҙ дүрт ятҡылыҡты үҙләштергән, тағы ла туғыҙын һынау сифатында файҙаланған “Белкамнефть” асыҡ акционерҙар ойошмаһына нигеҙ һала. Тәүге көндәрҙә бында идаралыҡтың 6-сы промыслаһы ойошторола. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡытта нефть үткәргестәр һәм электр линиялары төҙөлә, юл һалына. Алты быраулау ҡулайламаһын бер үк ваҡытта эшләтеү һөҙөмтәһендә йылына йөҙҙән артыҡ скважина сафҡа индерелә. Тиҙ арала Кама йылғаһы аша “Вятка-Әшит” нефть үткәргесе ҡорола. Быларҙың барыһы ла, тейешле көнкүреш шарттары булмауына һәм ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтөн ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, вахта методы менән эшләгән нефтселәрҙең хеҙмәт емеше. Әйтергә кәрәк, коллективта ҡалаға нигеҙ һалыуға булышлыҡ иткән Арлан нефтселәренең хеҙмәт традициялары ныҡлы һаҡланып килә. Улар өлгөһөндә урта һәм йәш быуын эшсәндәре юғары һөнәри оҫталыҡ, оло яуаплылыҡ күрһәтә.
Йәмғиәттәге ике идаралыҡтың 21 бригадаһы араһында 2009 йылда үткәрелә башлаған хеҙмәт ярышы көндән-көн киңерәк ҡолас йәйә. Төп күрһәткес — әлбиттә, нефть сығарыу күләме. Эштә йәрәхәт алыу осраҡтары, хеҙмәт тәртибен боҙоуҙар булған бригада ярыштан төшөп ҡала. Бәйгегә квартал һайын йомғаҡ яһала, тәүге өс урынды яулаған коллективтарҙың һәр ағзаһы биш, өс һәм ике мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Идаралыҡ эшсәндәре спорт һәм мәҙәниәттән дә ситтә тормай. Вятка нефтселәре тырышып эшләй ҙә, матур ял да итә белә. Улар ҡала юбилейын һәм һөнәри байрамдарын бөтөн йүнәлештәрҙә лә тос уңыштар менән ҡаршылай.
Бар яҡтан да алдынғыҠаланың дәрәжәһен һәм абруйын бер баҫҡысҡа күтәреүсе – юғары уҡыу йорто, тигән фекер бәхәсһеҙ. Бөгөн Нефтекамала уңышлы эшләгән Башҡорт дәүләт университетының филиалы бар яҡтан да айырым урын биләй. Ҡаланың ул саҡтағы етәкселеге башланғысы менән 2000 йылда асылған уҡыу йорто ошо дәүерҙә алты меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Әле уның ике факультетында ун алты һөнәр буйынса республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән өс меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ уҡый.
Уларҙың юғары сифатлы белем алыуы өсөн бында бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Филиалды тәүге көндән республикабыҙҙа киң билдәле һәм ихтирамлы шәхес — философия фәндәре докторы, профессор, Нефтекаманың почетлы гражданы Октябрь Вәлитов етәкләй. Уның ҡулы аҫтында эшләүсе 164 уҡытыусының 60 проценты ғилми дәрәжәгә эйә, күптәре тырыш хеҙмәте өсөн маҡтаулы исемдәр йөрөтә. Етәксенең ныҡышмаллығы, маҡсатҡа ынтылышлығы арҡаһында филиалдың өс уҡыу корпусы һуңғы йылдарҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Проекторҙар, интерактив таҡталары булған ун һигеҙ аудитория, ике лингафон кабинеты эшләй.
— Беҙҙең эшмәкәрлектең төп принциптарының береһе – тәүге сиратта республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге ҡала һәм райондар менән бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеү һәм үҫтереү, — ти филиал директоры Октябрь Вәлитов. – Беҙ уларҙың халҡы өсөн эшләйбеҙ. Уҡыуҙы тамамлаусылар ҙа шунда ҡайта. Шуға ла БДУ-ның Нефтекама филиалы – төбәктең белем биреү һәм фәнни үҙәге булыуы менән бер рәттән, мәҙәни һәм рухи мәркәзе лә.
Һандар һәм факттар* Нефтекама баш ҡалабыҙ Өфөнән 220 саҡрымда, Кама йылғаһы буйында урынлашҡан. Ул 147 квадрат километр майҙанды биләй.
* Ҡалала 135 меңдән ашыу кеше — 62 милләт вәкиле — берҙәмлектә һәм татыулыҡта йәшәй. Халыҡтың уртаса йәше 36,4-кә тиң.
* Сәнәғәт тауарҙары етештереү күләме һәм халыҡ һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауаттан һуң Нефтекама республиканың дүртенсе ҡалаһы һанала.
* Иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡтың 52 проценты ҡаланың эре һәм урта ҙурлыҡтағы предприятиеларында эшләй. Йыл башынан уларҙа 230 яңы эш урыны булдырылған.
* Ҡалала 4 335 шәхси эшҡыуар теркәлгән, 1 824 бәләкәй предприятие бар. Уларҙан килем ҡала бюджетының 17 проценттан ашыуын тәшкил итә.
* Ҡала ҡаҙнаһының 85,8 проценты социаль-мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә һәм яңыртыуға тотонола.
* Ҡала мәктәптәрен былтыр тамамлаған уҡыусыларҙың 85,9 проценты юғары уҡыу йорттарына ингән. Был күрһәткес буйынса ла Нефтекама республикала — өсөнсө урында.
* 2012/2013 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса ҡала уҡыусыларының дөйөм өлгәше — 99,96 процент, белем сифаты – 55,3 процент.
* Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабындағы призлы урындар буйынса Нефтекама республикала — алтынсы, ә йомғаҡлау этабында еңеүсе һәм призлы урын алыусы уҡыусылар һаны буйынса — икенсе урында.
* Ҡала үҙәк дауаханаһы алты поликлиниканы, дүрт диспансерҙы һәм 20 стационарҙы берләштерә.
* Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуҙың федераль программаһына ярашлы, Нефтекамала ойошторолған муниципаль-ара медицина округының махсуслашҡан үҙәктәре 374 меңдән ашыу кеше йәшәгән дүрт ҡаланы һәм алты районды хеҙмәтләндерә.
* Нефтекамала башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт һәм украин милли-мәҙәни үҙәктәре һәм милли йәмәғәт ойошмалары эшләй.
* Ҡалала 18 мәҙәниәт учреждениеһы бар, улар иҫәбендә — Нефтекама дәүләт филармонияһы, “Мираҫ” картиналар галереяһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балаларға өҫтәмә белем биргән дүрт музыка, сәнғәт мәктәбе һ.б.
* Мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында 160-ҡа яҡын, шул иҫәптән мәҙәни-ял йорттарында 90 һәүәҫкәр берләшмә эшләй. Уларҙа төрлө һөнәрҙәр буйынса 1800-гә яҡын кеше, 1100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.
* 12 китапхананың дөйөм фондында 350 мең баҫма иҫәпләнә. Китап уҡыусылар һаны — 100 меңгә яҡын.
* Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән 500-ҙән ашыу белгес араһында өс кеше Рәсәй Федерацияһының, 22-һе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә, республикабыҙҙың туғыҙ атҡаҙанған артисы бар.
* Ҡала округында төрлө тәғәйенләнештәге 160-тан ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй. Физик культура, спорт һәм туризм менән даими шөғөлләнеүгә 40 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.
* Йыл һайын 350-нән ашыу төрлө кимәлдәге спорт сараһы үткәрелә.
* Ҡала халҡы 40 спорт төрө менән шөғөлләнә. 53 спортсы — республика, 11-е Рәсәй йыйылма командалары составында сығыш яһай.
* Рәсәй чемпионатының I лигаһында сығыш яһаған “Олимп” ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһы — республика һәм ил кимәлендәге беренселектәрҙең даими еңеүсеһе һәм призлы урындар алыусыһы.
* Нефтекаманың “Торос” командаһы ике йыл рәттән Юғары хоккей лигаһының чемпионы булды һәм төп бүләк – “Братина” кубогын яуланы.