— Әсәй, ҡара әле, Ҡыш бабай!
— Ана, тағы берәү, икәү, өсәү... Бигерәк күп тә баһа улар...
Кисә Өфө ҡала Советы янындағы Ленин майҙанына килгән бала-саға ауыҙынан ошоноң кеүек һүҙҙәр туҡтауһыҙ яңғыраны. Ысынлап та, күп ине ҡыш бабайҙар. Яндарында ҡарһылыуҙар, Яңы йылдың буласаҡ хужаһы аждаһалар һәм башҡа йәнлектәр ҙә бихисап булды. Ни хәл һуң был? Өлкәндәрҙең күбеһе аптыраһа ла, балалар өсөн бик тә тәбиғи хәл ине. Тәбиғи булмай ни — тиҙҙән Яңы йыл етә бит, ә Ҡыш бабайһыҙ ниндәй байрам булһын инде?!
Ҡыш бабайҙар парадында баш ҡаланың барлыҡ ете районынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты, йәмғеһе 700 тирәһе йыйылып китте. Сағыу костюмдар кейгән ҡыш хужаларының парады Республика урыҫ дәүләт драма театрынан башланды, аҙаҡ колонна Октябрь проспекты буйлап ҡала Советы бинаһына табан юлланды. Киң ҡоласлы сара айҡанлы хатта ун минутҡа проспектта хәрәкәтте туҡтатып торҙолар. Әммә автомобилселәр араһында Яңы йыл кәйефен тыуҙырыусыларға дәғүә белдереүсе булманы, һәр кем Ҡыш бабайҙарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтте, уларҙы телефон камераларына төшөрөп ҡалырға тырышты.
Һәр район Ҡыш бабайҙың етеҙ арбаһын да әҙерләргә онотмағайны. Берәүҙәр санаға егелгән аттарҙа ғына йөрөһә, ҡыйыуыраҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һыбай сабып үтте. Замандан артта ҡалмайым, типмелер, бәғзеләр елле генә сит ил автомобилен дә “йүгәнләгәйне”. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе иһә үҙ асылынан ситләшмәне: уларҙың Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуы киң ҡанатлы дельтапланда ултыра ине. Осоусы аппаратты ерҙәге машиналар һөйрәүен бер кем дә һиҙмәне, ахырыһы.
Ҡыш бабайҙар бергәләп шиғырҙар уҡыны, рәхәтләнеп бала-саға менән аралашты, фотоға төштө. Был ҡәҙәр күп Ҡыш бабайҙарҙы, йәнлектәрҙе бергә күреп өйрәнмәгән балалар үҙҙәрен әкиәттәгеләй хис итте.
Әлфиә ӘЙҮПОВА