Бер кешенең ярҙамы бөтөн кәртәләрҙе йырып сығырға мөмкинлек бирә30.08.2013
Әлеге ваҡытта бик тә һөҙөмтәле эшләп килгән “Гемодиализ лабораторияһы” тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп китергә теләйем.
Был мәсьәлә күптән түгел генә етди “баш ауырыуына” әйләнгәйне. Беренсе сиратта, әлбиттә, яһалма бөйөргә мохтажлыҡ арҡаһында һыу буйылай сиратта торорға мәжбүр булған пациенттарыбыҙ өсөн. Бындай кешеләр республикала 200-ҙән ашып китә. Ике йыл элек тә, тотош республикаға ни бары һигеҙ гемодиализ үҙәге тура килгән саҡта, уларҙың һаны ошонан кәм түгел ине. Был үҙәктәрҙең өсәүһе Өфөлә урынлашҡайны. Асылда пациенттарҙың күп өлөшө баш ҡалаға йөрөргә мәжбүр.
Икенсе яҡтан, был медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ауыр мәсьәлә һаналды. Уны хәл итеүгә тотонған эшҡыуарҙарға ла еңел булманы. Ҡала һәм райондарҙа ошондай үҙәктәр асырға йөрөгән саҡта юлыбыҙҙа осраған кәртәләрҙе һанап тормайым.
Заманында Салауатта һәм Мәләүездә гемодиализ бүлексәләре асыу өсөн буш торған биналарҙы ҡуртымға алабыҙ тип әллә күпме йүгерҙек. Аңларлыҡ түгел: майҙандар буш, уларға бер кем дә дәғүә итмәй... Ә беҙ ни бары ошо үтә лә кәрәкле медицина хеҙмәтен уға мохтаж булған кешеләргә мөмкин тиклем яҡынайтырға тырыштыҡ. Шундай күңелһеҙ арифметика килтерәбеҙ: пациентҡа ҡанын аҙнаһына — өс, айына — 13, тимәк, йылына 150 тапҡыр таҙартырға кәрәк. Әйтәйек, Баймаҡта йәшәгән кеше Өфөгә килеп ҡанын таҙартыу өсөн ни эшләргә тейеш?
Тураһын әйтәм, халыҡ сенаторы, Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужиндың ярҙамы булмаһа, пациенттар ҙа, табиптар ҙа ауырлыҡ кисерер ине. Рудик Ғәзиз улы күп һанлы кәртәләрҙе йырып сығырға ярҙам итте. Һөҙөмтәһе һөйөнөслө: әлеге мәлдә Өфө ҡалаһы хакимиәте баш ҡаланың уртаһында академик гемодиализ үҙәге төҙөүгә урын бүлә!
Бөгөн ҡайһы район һәм ҡалала гемодиализ үҙәктәре асылыуын һанап сығыуы ғына еңел. Тәүге гемодиализ үҙәге Октябрьскийҙа булһа, икенсеһе — Нефтекамала, артабан Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Мәләүез, Туймазы, Ишембай ҡалаларында асылды.
Халыҡ сенаторы ярҙам ҡулы һуҙмаһа, минең кабинеттар буйлап йөрөүем, моғайын да, уңыш менән тамамланмаҫ ине.
Әле беҙҙең “Гемодиализ лабораторияһы”нда 150 кеше эш менән тәьмин ителгән. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, санитарҙар ҙа, ҡатмарлы медицина техникаһын хеҙмәтләндереүсе юғары квалификациялы инженерҙар ҙа бар. Әйткәндәй, был техниканы ла сенатор Рудик Исҡужиндың ярҙамынан башҡа ала алмаҫ инек.
Хәҙер ҡан таҙартыуға мохтаж кешеләргә медицина ярҙамы яҡынайҙы. Бындай ярҙамдың ҡул һуҙымындай арала урынлашыуы пациент өсөн бар йәһәттән дә уңайлы, сөнки уға гемодиализ ярҙамы алыу өсөн алыҫ юлға әҙерләнергә кәрәкмәй.
Бөгөн теге йәки был етешһеҙлек өсөн власть органдарын әрләһәк тә, башҡарылғандарҙы ла иҫтән сығармайыҡ. Һәр хәлдә, ҡала һәм райондарыбыҙҙа асылған гемодиализ үҙәктәре тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөргә теләйем.
Кемдер, был үҙенең генә фекерен әйтә икән, тип уйлаһа, яңылыша: минең артымда — табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре, инженер-техник белгестәрҙең тотош бер коллективы. Мин уларҙың үтенесен генә еткерәм. Был хат аҫтына бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә имзаһын ҡуйған тип иҫәпләгеҙ. Шулай уҡ көн һайын тотош республика буйынса асылған гемодиализ үҙәктәрендә ярҙам алған кешеләр хаҡында ла онотмағыҙ.