Әбйәлилдәр Рәхмәтле!30.08.2013
Республиканың төп баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” гәзите менән Әбйәлил районының барлыҡ халҡы элек-электән тығыҙ бәйләнештә. Беҙҙә булған һуңғы күңелһеҙ ваҡиға быны ысын мәғәнәһендә йәнә дәлилләне.
Һыу баҫыу арҡаһында район халҡы ҙур тетрәнеү кисергән мәлдә, нәҡ һеҙҙең коллектив иң беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙҙы. Гәзиттең бер нисә һанында төбәктәге ғәрәсәт эҙемтәләре тураһында республика халҡына дөрөҫ мәғлүмәт еткерҙегеҙ, ярҙам ойоштороуҙы башланығыҙ. Барлыҡ журналистар һәм хеҙмәткәрҙәр, бер көнлөк эш хаҡын йыйып, махсус иҫәпкә 47 мең һум аҡса күсерҙе. Ошо изге ғәмәлегеҙ өсөн Һеҙгә Әбйәлилдең барлыҡ халҡы исеменән оло рәхмәтемде еткерәм.
Редакция хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла яңы ижади уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ һәм аҡ бәхеттәр юлдаш булһын!
Ихтирам менән — Әбйәлил районы
хакимиәте башлығы Рим СЫҢҒЫҘОВ.