Дәүләт ҡаҙнаһынан ярҙам бүленәcәк30.08.2013
Әбйәлил һәм Белорет райондарында йәйге ташҡындан зыян күргән 3,6 мең кешенең һәр ҡайһыһы 15 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ.
Был турала Дүртөйлө районы халҡы менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
– Ташҡынға эләккәндәрҙең барыһына ла ярҙам итәсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Халыҡ матди һәм әхлаҡи юғалтыуҙар кисерҙе. Уларҙың һәр береһе 15-әр мең һум аҡса аласаҡ: 5 мең һум – республика бюджетынан, 10 мең һум федераль ҡаҙнанан бүленәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡойма ямғырҙар арҡаһында 8 – 10 августа республиканың Әбйәлил һәм Белорет райондарында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы. Башҡортостан Президенты ҡаза эҙемтәләрен ҡараған саҡта “юғалтыуҙар ҡапланасаҡ” тип урындағы халыҡты ышандырғайны. Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, торлаҡ фонды һәм социаль объекттар 15 октябргә тиклем тергеҙелергә тейеш.