Үҙебеҙҙең егеттәр бит ул!30.08.2013
Манышты ауылы урамдарын рәтләүҙе һорап, “Александровка карьеры” эшселәренә мөрәжәғәт итергә булдыҡ һәм яңылышманыҡ.
Венер Ғәббәсов тейәгән ташты шоферҙар Илназ Ғәзимйәнов, Даян Ғүмәров, Вадим Сөнәғәтов, Сергей Ларкин, Илшат Сәйетов, Марс Йомағолов, Николай Юновидов, Сергей Артемьев машина менән ташып, урамға түкте. Айгиз Йомағужин менән Азат Миһранов юлды тигеҙләп йөрөнө. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урамдарыбыҙ матурланды, хәҙер асфальт түшәлгәнме ни! Ауылыбыҙға йәм өҫтәлде. Ҡатын-ҡыҙ тәмле аш-һыу әҙерләп торҙо.
Ауылыбыҙ Инйәр ауыл Советында иң оло ауылдарҙан һанала. Башҡа яҡтарҙа йәштәр ситкә күсеп китһә, беҙҙә, шөкөр, матур өй күтәреп сығалар.