“Сталин” Чечняла йәшәй30.08.2013
Әхирәтем менән “Макдональдс”ҡа сәй эсәйек тип ингәйнек. Эргәбеҙгә селәүсендәй нәҙек, яңағы эскә батҡан урта йәштәрҙәге ир килеп ултырҙы. Торғаны — һөлдә! Хатта “Концлагерҙан ҡастымы икән әллә был бәндә?” тигән уй үтте баштан. Чечен икән.

Әйтеүенсә, эш эҙләп Бельгияны, Францияны ҡыҙырған, тик бәхет йылмаймаған. Хәҙер Өфөлә сабата туҙҙыра. “Аҡса эшләйем тигән кешегә бында мөмкинлек ҙу-у-ур”, — ти ҡәнәғәт йөҙ менән. “Рамзан Ҡадировҡа халыҡтың ҡарашы нисек? Тормош яйға һалынамы?” — тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Ул “минән ишеткәнегеҙҙе кәрәкмәгән ерҙә лығырҙап йөрөмәҫ булһағыҙ ғына һөйләйем” тигән шарт менән түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
— Рамзан Ҡадиров баш ҡаланы өр-яңынан төҙөттө. Ябай халыҡ өсөн тырыша. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәлә байтаҡ әле. Мәҫәлән, эшһеҙлек 50 процент самаһы тәшкил итә. Ир-ат тамаҡ хаҡына Рәсәйҙең төрлө тарафында, Швецияла, Америкала тир түгә. Президентыбыҙҙы Сталин менән сағыштыралар. Һуғыштан һуң тәртип булдырыу өсөн ҡаты ҡуллы булыу кәрәк, әлбиттә. Президенттың ҡушҡанын еренә еткереп үтәмәнең икән, “тормош арбаһы”нан төшөп ҡалдың тигән һүҙ. Әйтәйек, былтыр ул Грозныйға бара торған бер юлды, ни сәбәптәндер, ябырға ҡушҡан. Йәнәһе, машиналар урау юлдан инһен. Күпмелер ваҡыт үткәс, иҫке генә “Жигули” шоферы поста торған полицейскийҙан тура юлдан үткәреүен һораған. Теге ризалашмай: “Рамзан фарманын боҙа алмайым”, — тип тик тора, ти. Ябай хеҙмәткәр менән борсаҡ бешмәгәс, былар ЮХХДИ идаралығы етәксеһенә мөрәжәғәт итә, усына аҡса ла йомдора. Түрә ҡәнәғәт йылмайып, йомарт юлсыларҙы тотҡарламаҫҡа ҡушып, телефондан посҡа шылтырата. Шул мәл “Жигули”ҙың артҡы урындығында йәшеренгән президент килеп сыға ла ЮХХДИ башлығына: “Һинең кеүек закон боҙоусыға Чечняла урын юҡ!” — ти. Ә поста торған хеҙмәткәрҙе шул етәксе урынына тәғәйенләй.
Икенсе миҫал. Рамзан Ҡадиров ришүәт менән “шаярыусы” бер министрын саҡырып ала ла:
— Тиҙ генә 20 миллион һум аҡса кәрәк ине, — ти.
— Эш хаҡым, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҙур түгел. Ул хәтле аҡсам юҡ, ләкин таныш-тоноштан йыйып булһа ла мәсьәләне хәл итергә тырышырмын, — тип яуаплай теге. Ҡадиров:
— Хәҙер үк минең телефондан ҡатыныңа шылтыратып, өйөңдәге бөтөн аҡсаны барлап, бында килтерергә ҡуш. Үҙемә кәрәк, тиң, минең исемде ҡыҫтырма. Күпме кәрәклеген әйтмә, — ти.
Ни хәл итһен, министр бойороҡто үтәй. Ярты сәғәт үтеүгә түрәнең хәләл ефете 30 миллион тотоп килеп тә етә. Рамзан:
— Ошо минуттан һин ирекле. “Чечен” тигән исемгә тап төшөрҙөң — дүрт яғың ҡибла, — тип министр менән хушлаша. Бына шундай ул беҙҙең президент!


Вернуться назад