Әсә һөтө – изге ризыҡ30.08.2013
Әсә һөтө – изге ризыҡДонъяла иң туҡлыҡлы, иң файҙалы, иң тәбиғи ризыҡ – күкрәк һөтө.
Фәндән белеүебеҙсә, баланың төрлө ауырыуға ҡаршы торорлоҡ иммун системаһы ике йәшкә тиклем формалаша. Ошоға саҡлы сабый әсә һөтөндәге файҙалы матдәләргә мохтажлыҡ кисерә. Бигерәк тә тәүге алты айҙа имеҙеү бик мөһим уны.

Нимә һуң күкрәк һөтө? Файҙалы матдәләр, витаминдар, гормондар – бөтәһе лә бар унда. Күкрәк һөтө боҙолмай, баланы имеҙгәндә һәр ваҡыт тейешле температурала була. Һөттәге глюкоза һәм майҙар баланың мейе үҫешенә ҙур йоғонто яһаһа, кальций һәм башҡа файҙалы матдәләр һөйәктең дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ итә. Күкрәк һөтөнөң 90 проценты һыуҙан тора.
Туҡланыу менән бер рәттән, сабый таҙа һыуға ла бик ныҡ мохтаж. Әммә ғәҙәти һыуҙың гигиена яғынан таҙа булмауы нығынып етмәгән организм өсөн зарар килтереүе мөмкин. Шунлыҡтан бары тик әсә һөтөндәге һыу ғына бала өсөн файҙалы.
Күкрәк һөтөндә адипонектин тип аталған аҡһым күп. Ул тәндә оҙаҡ йылдар һаҡлана, йөрәк сирҙәренә һәм инфарктҡа ҡаршы көрәшә. Был аҡһымдың организмда аҙ миҡдарҙа йәки бөтөнләй булмауы һимеҙлеккә, йөрәк ауырыуҙарына килтерә. Күкрәк һөтөнә туйынып үҫкән балаға ундай сирҙәр янамай.
Йәнә бер гормон лептин тип атала. Ул матдәләр алмашыныу процесына йоғонто яһай. Лептин гормоны организмда мәғлүмәт функцияһын үтәй, йәғни әгәр ҙә ҡанда май күләме норманан артыҡ күтәрелһә, мейегә шуның тураһында белдереп, импульстар ебәрә. Күкрәк һөтө аша был гормонды етерлек күләмдә алған организм һимереү, шәкәр диабеты кеүек ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ көскә эйә.
Ғалимдар фекеренсә, күкрәк һөтө ракка ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Ул тәндәге яман шеш күҙәнәктәрен шунда уҡ юҡ итә. Был мөғжизәле аҡһымлы матдә альфа-лакт тип атала.
Күкрәк һөтөндә кальций, лактоза, таурин, липид, иммуноглобулин, лактоферрин кеүек файҙалы элементтар, ферменттар һәм витаминдар күп.


Вернуться назад