Ихтыяр көсөңдө туплаһаң...30.08.2013
Ихтыяр көсөңдө туплаһаң...Донъя күләмендә нервы-психика ауырыуҙары киң таралғанғамы, беҙ йәшәгән быуатты “нервылы дәүер” тиҙәр. Быныһы ла хаҡтыр, әлбиттә. Унан тыш, һәр кемдең шәхси үҙенсәлектәре, ҡабаланыуы, кәйеф ҡырылыуы, өлгөрә алмауы тормоштоң ваҡ-төйәгенән килеп сыға. Ҡайһы мәлдә яҙмыш, беҙҙән көслөрәк булып, кеше шәхесен, уның уй-фекерен, хистәрен ҙур һынауҙар аша үткәрә. Бәғзе берәүҙәрҙең нервы-психика эшмәкәрлеге был ауырлыҡтарҙы, тиҫкәре күренештәрҙе зарарһыҙ ғына үткәреп ебәрә алмай: улар төрлө ауырыуға дусар була.
Шуға ҡарамаҫтан, бар бәләлә тик тирә-йүнде йәки нервыларҙы ғәйепләү, күңелһеҙлектәрҙе көсөргәнешле хәл менән аңлатырға тырышыу, минеңсә, бик дөрөҫ түгел. Уйлап ҡараһаң, борсолоуҙарһыҙ, ҡаршылыҡһыҙ, еңел осор тарихта булмаған.
Шул ыңғайҙан мөһим бер мәсьәләгә ҡағылып үтәйек. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең көндәлек тормош уңыштарҙан ғына тормай. Унда кире кисерештәр тыуҙыра торған ваҡиғалар ҙа булырға тейеш. Ҙур ҡалаларҙа, транспортта, йәмәғәт урындарында кәйефте ҡырған хәлдәр айырыуса йыш күҙәтелә. Ғаиләлә лә, эшләгән коллективта ла ҡаршылыҡлы хис-тойғолар уятҡан мәлдәр булып тора.
Тик ғиллә кешенең ошо күңелһеҙлектәрҙе нисек үткәрә белеүендә. Аҙым һайын осраған юҡ-бар йәмһеҙлеккә сиктән тыш борсолоу, һәр ауырлыҡҡа бирешеп, уңышһыҙлыҡты бәхетһеҙлек тип ҡабул итеү, һәр һүҙгә, ҡыланышҡа хәтер ҡалыу нервы системаһын ғына түгел, тотош организмды ҡаҡшата. Шуларҙан сығып, заман шарттарына яраҡлашырға тырышыу, нервы-психика эшмәкәрлеген сыныҡтырыу өлкәһендә һәр кем үҙ көсөн һалһын ине, тигән теләк тыуа.
Күптәр, “таҙа тәндә — таҙа йән” тип, бик тырышып йәйәү йөрөй, физик эш, спорт менән шөғөлләнә. Ысынлап та, мускул хәрәкәте, унан таралған тулҡын нервы-психика эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Икенселәре төрлө тормош һынауҙары, борсолоуҙар, күңелһеҙлектәр һәм йоҡоһоҙлоҡҡа тарығанда тиҙ генә элениум, седуксен кеүек дарыуҙар ярҙамында мәсьәләне хәл итергә ынтыла. Ләкин һәр ваҡыт дарыу эсеп кенә йәшәп булмай бит әле. Кеше йыш ҡына нервы системаһын һаҡлау, нығытыуҙың башҡа мөмкинлектәрен онотоп ебәрә, ҡайһы берәүҙәр, бәлки, белмәйҙер ҙә.
Иң элек үҙ-үҙеңде тота белеүҙе иғтибар үҙәгенән ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Был ауыр эш түгел. Етешһеҙлектәреңде бөтөрөү, холҡоңдо төҙәтеү өҫтөндә эшләргә, үҙеңде тәртипкә, әҙәплелеккә, сыҙамлылыҡҡа өйрәтергә кәрәк.
Бәғзе кешеләр ғүмер буйы шикләнеп, үҙен кәмһетеп, тынғыһыҙлыҡта йәшәй. Хәҙер медицинала аутотренинг тигән үҙ-үҙеңде ышандырыу ысулы киң ҡулланыла. Табип ярҙамында бер нисә күнекмә өйрәнеп, һәр кем психофизиология эшмәкәрлегенә тейешле йүнәлеш бирә ала.
Кеше тәбиғәтенә тойғолар бик көслө тәьҫир яһай. Уларҙы үҙеңә буйһондора белеп йәшәргә, яҡшы кәйеф булдырырға тырышырға кәрәк. Юғиһә, һәр нәмәне лә йөрәккә яҡын алып, борсолоп йәшәһәң, ҡан тамырҙары ғына түгел, тын юлдары, эске ағзалар ҙа ҡыҫылыу хәленә киләсәк.
Кешеләр менән мөғәмәләгә ингәндә, уларҙың да һеҙҙеке кеүек үк эске донъяһы, холҡо, кәйефе, шәхси үҙенсәлектәре, проблемалары барлығын оноторға ярамай. Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ өҫтөнлөктәре, үҙ етешһеҙлектәре бар. Ошоно иҫтә тотоп, һәр шәхес менән дөрөҫ мөғәмәлә ҡора белергә кәрәк.
Ғаиләлә үҙ-ара татыу йәшәү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә. Балаларға оло кешенең бәләкәй күсермәһе тип ҡарау дөрөҫ тәрбиәгә илтмәй. Уларҙың һәр аҙымына, һәр “икеле” билдәһенә, ватылған уйынсыҡ йәки һауыт-һабаға тик яза, тәнҡит күҙлегенән ҡарау ғәҙел түгел. Шелтәләү, киҫәтеү, аңлатыу кеүек һөҙөмтәле ысулдар ҙа етерлек бит. Балаларға яратыуыңды, изгелек күрһәтеүҙе белдереүҙән ҡурҡырға ярамай. Шәхес нигеҙе шуларҙан ҡорола. Үҫмерҙең буйға еткән осоро айырыуса ҡатмарлы икәнен дә оноторға ярамай.
Ғаиләлә олоно — оло, кесене кесе итә белеү мөһим. Өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы мөнәсәбәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ир менән ҡатын араһындағы ҡаршылыҡтарҙы, бәхәстәрҙе балалар алдында ҡуҙғатмау хәйерле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ғаиләләрҙә иҫерткес эсемлектәргә бәйле күңелһеҙлектәр, йәмһеҙ күренештәр күҙәтелә. Былар барыһы ла бала өсөн дә, оло йәштәгеләр өсөн дә ғәйәт ныҡ зарарлы.
Тормош ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә төрлө ауырлыҡтар, кәртәләр алдында үҙ-үҙеңде тота белеү, ихтыяр көсөңдө туплау, иңеңә төшкән яуаплылыҡты танып эш итеү үҙең һәм кеше алдында абруй ғына өҫтәй. Ошоға өлгәшергә тырышып йәшәргә барыбыҙ ҙа хаҡлы.


Вернуться назад