Бер рәхмәт һүҙе мең бәләнән ҡотҡарыр30.08.2013
Бер рәхмәт һүҙе мең бәләнән ҡотҡарырИгенсе: “Үҙебеҙ сәскән ҡырҙар буйлап күңелле барыуҙары”, — тип ҡыуанһа, аҡ халатлы табип күҙҙәренә өмөт менән ҡараған ауырыуға тейешле ярҙам күрһәтә алыуына һөйөнә. Гиппократ антына тоғро, һайлап алған изге һөнәрен яратып башҡарған белгес һәр көн иртә менән эшкә барғанда уҡ пациенттарының хәл-торошо тураһында уйлана торғандыр, моғайын. Ярулла Ғабдуллин — тап бына шундай хәстәрлекле, яуаплы табиптарҙың береһе. Йәрмәкәйҙәрҙең бер тауыштан: “Ярулла Мотиғулла улы — районыбыҙҙың иң яҡшы табибы”, — тип әйтеүенә шик юҡ.

Утыҙ йылға яҡын сәләмәтлек һағында торған тәжрибәле табип, йоғошло сирҙәр бүлексәһе мөдире Ярулла Ғабдуллин рәхмәт һүҙҙәрен үҙ тормошонда аҙ ишетмәне. Иң мөһиме — ул ғәҙел булды, кешеләрҙе айырып ҡараманы, аҡты ҡаранан айыра белде, һәр ауырыуға шәхси ҡарашы бар.
— Йәшәргә өмөтө өҙөлгән кешене аяҡҡа баҫтырыу — минең өсөн үҙе бәхет, — ти табип Ярулла Мотиғулла улы. — Бер саҡ Рәтамаҡ ауылынан 86 йәшлек Әбүзәр ағайҙы ашығыс ярҙам машинаһы менән алып килделәр. Ғүмер ебе өҙөлөр инде тип хәүефләнгән яҡындары минең күҙҙәремә төбәлде. 26 йыл тамаҡ сире менән ауырыған, һөйләшә алмаған, ҡан баҫымы түбән ағай һауығып, шатлығынан илай-илай, рәхмәт әйтеп, ҡайтып китте...
Бындай иғтибарлылыҡ, шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек кеүек матур сифаттар Абдулла ауылында тыуған егеткә әсә һөтө, атай ҡаны менән ингәндер, әлбиттә. Әйткәндәй, шәфҡәтлелек өсөн оло йөрәкле булыу, тура һүҙлелек өсөн батырлыҡ кәрәктер, моғайын. Был сифаттарҙың һәммәһе лә бар Ярулла Мотиғулла улында. Тик кемгәлер яраҡлашыу, тәрилкә тотоу ғәҙәте генә унда юҡ.
Эйе, кеше тормошо бормалы һуҡмаҡтарҙан, һикәлтәле юлдарҙан тора. Киләсәккә һөнәр һайлағанда хаталанырға ла мөмкинһең. Ә бына ул, Башҡорт дәүләт медицина институтында табип-терапевт белгеслегенә эйә булып, бер ҙә яңылышманы. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, ул ҡолаҡ, тамаҡ, танау органдарын дауалау буйынса табип булып эшләй башлай. Күп тә үтмәй район дауаханаһының баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ауырыуҙар араһында ихтирам ҡаҙанһа ла, өс йылдан һуң ул Себер киңлектәрендә — Уренгойҙа — үҙен һынап ҡарарға була. Тормош иптәше Гөлсинә Шәйәхмәт ҡыҙы (һөнәре буйынса акушер-гинеколог) менән унда өс йыл эшләгәс, йәнә тыуған яҡтарына һағынып ҡайталар. Баш табип урынбаҫары, дерматовенеролог булып эшләй.
Йоғошло сирҙәр бүлексәһе мөдире булып эшләү осоронда башҡарылған хеҙмәт һөҙөмтәһе һәр кемде һөйөндөрөрлөк. Капиталь ремонттан һуң бинаның эске өлөшө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Яңы медицина йыһаздары, төрлө препараттар һатып алғас, һәр палата һыу менән тәьмин ителгәс, электр селтәрҙәре яңыртылғас, биҙәкләү эштәре башҡарылғас, кәйеф тағы ла нығыраҡ күтәрелә. Ауырыуҙар өсөн уңайлыҡтар етерлек. Коллективта үҙ һөнәрен егерме йылдан ашыу намыҫ менән башҡарған шәфҡәт туташтары Сирена Саниәхмәтова, Флария Фәттәхова, Лариса Алексеева, Зөлфиә Мәғҙәнова пациенттарҙың сәләмәтлеге һағында уяу тора.
Ярулла Мотиғулла улы — иркен йорт һалып ингән хәстәрлекле атай ҙа, шәхси хужалыҡтарын бына тигән итеп алып барыусы хужа ла. Ауырлыҡтар уны ҡурҡытмай. Ҡыҙҙары Дилназдың яҡшы уҡыуы, төрлө кимәлдәге конкурста еңеүҙәр яулауы атай кешегә ҙур көс, сыҙамлылыҡ өҫтәй.
Шундай ғорурланырлыҡ кешеләр арабыҙҙа күберәк булһын ине.


Вернуться назад