Берҙәм булып, бергә ҡалайыҡ!30.08.2013
Сентябрҙән 2014 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналға яҙылыу башлана
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ!
“Башҡортостан” гәзите киләһе йыл да өйөгөҙгә йәки эшләгән урынығыҙға килеүен дауам итһен тиһәгеҙ, әле үк хәстәрлек күрә башларға саҡырабыҙ.
Баҙар иҡтисады шарттарында йәшәүебеҙ сәбәпле, гәзиткә яҙылыу хаҡы йәнә бер аҙ артты. Әммә был республиканың төп баҫмаһынан айырылыу өсөн сәбәп булмаҫ тип ышанабыҙ.
Гәзиткә Рәсәйҙең барлыҡ почта бүлексәләрендә лә яҙылырға мөмкин, уның дүрт индексы ла “Рәсәй матбуғаты” каталогына индерелгән. Шуға күрә почта бүлексәләрендә аңлашылмаусанлыҡ тыуырға тейеш түгел. Әгәр ҙә сетерекле хәлгә юлығаһығыҙ икән, ныҡышмалыраҡ, талапсаныраҡ булыуығыҙҙы үтенәбеҙ.
Гәзиттең аҙнаһына дүрт тапҡыр донъя күргәненә (50600 индекслыһы) яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән тәүге 200 уҡыусыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, бүләккә “Башҡортса дини календарь” аласаҡ.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” үҙе лә — шәп бүләк. Мәҫәлән, яҡындарығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙе, дуҫтарығыҙҙы, күрше-күләнегеҙҙе тыуған көндәре һәм башҡа иҫтәлекле ваҡиғалар менән ҡотлап, гәзит яҙҙырһағыҙ, ифрат шат булырҙар.
Артабан да бергә ҡалайыҡ, берҙәм булайыҡ!


Вернуться назад