Учалы районының Ҡарағужа ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Учалы ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле апайыбыҙ һәм еңгәбеҙ Хәлисә Ғәни ҡыҙы Аллаярова-Юлдыбаева ошо көндәрҙә күркәм юбилейын — 90 йәшен билдәләне.
Оло ғүмер һуҡмағы үткән ҡәҙерлебеҙҙең бала сағы ауыр осорға тура килә. Күп балалы ғаиләлә үҫеп, 13-14 йәштән бер эштән дә ҡурҡмай, ауыл Советы секретары булып хеҙмәт юлын башлай, аяуһыҙ һуғыш осорондағы бөтә михнәттәрҙе үҙ иңендә татый.
Бер аҙҙан егәрле, тырыш ҡыҙҙы район үҙәгенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ул бухгалтер һөнәрен үҙләштерә, ғүмере буйы райфо тармағында хеҙмәт итте. Ошо йылдар эсендә фиҙакәр хеҙмәте менән яҡташтары алдында оло абруй яуланы, күп кенә наградаларға лайыҡ булды. Хәлисә Ғәни ҡыҙына матур юбилейы уңайынан илебеҙ Президенты В.В. Путиндан ҡотлау хатында: “Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәт батырлығы арҡаһында илебеҙ тарихы, еңеүе, ҡаҙаныштары туҡылды. Һеҙҙең тормош юлығыҙ үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө булып тора” тип әйтелгән. Эйе, ябайлығың, ихласлығың, кешелеклелегең, зирәк аҡылың менән һәр саҡ йәштәргә үрнәк булдың. Туғандарыңа, яҡташтарыңа күрһәткән игелек-изгелектәреңде әле лә онотмайбыҙ.
Хөрмәтле Хәлисә Ғәни ҡыҙы!
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, ғорурланабыҙ, алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Һеҙ уратып алған кешеләрҙең ихтирамы, аңлауы һәм һөйөүе күңелегеҙҙе йылытһын. Алдағы тормошоғоҙҙа сәләмәтлек, бәхет һәм имен тормош теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән Аллаяровтар,
Байрамғоловтар, Билаловтар, Рәхимовтар.