Башҡортостан — татыулыҡ өлгөһө27.12.2011
Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ һәр саҡ башҡа төбәктәргә төрлө халыҡ вәкилдәренең татыу йәшәү өлгөһө булды. Беҙҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә ҙур тәжрибә тупланған. Быны федераль кимәлдә лә юғары баһалайҙар. Республикала барлыҡ халыҡтарҙың мәнфәғәттәре тигеҙ ҡайғыртыла, барыһына ла йәшәү, үҫеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 120-нән ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда 38 милли-мәҙәни, 14 тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй. Һәр кем өсөн туған телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү мөмкинлеге булдырылған. Рәсәй Дәүләт Советы Президиумының милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһенә арналған ултырышы Өфөлә үтеүе лә – республикала был проблемаға ҙур иғтибар бирелеүенә һәм мәсьәләләрҙең уңышлы хәл ителеүенә аныҡ миҫал.
Рәсәй кеүек күп милләтле дәүләттә милләт-ара мөнәсәбәттәр менән даими шөғөлләнеү мөһим. Ошоларҙың барыһын да иҫтә тотоп, 2011 йылды республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итте. “Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы төрлө сәбәптәр буйынса беренсе планға сыға. Милләттәр араһында булған ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөү, мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән беҙҙең барыбыҙҙан да тырышлыҡ талап ителә. Киләсәктә бер ниндәй ҙә проблема килеп сыҡмаһын өсөн бөгөндән тотонайыҡ”, — тигәйне Рөстәм Хәмитов йылды иғлан иткәндә.
Ысынлап та, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы айҡанлы республикала байтаҡ эш башҡарылды. Иң беренсе сиратта уның эмблемаһы булдырылды, барлыҡ халыҡ вәкилдәре мәҙәни сараларын ойошторҙо. Сит төбәктәрҙә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән аралашыуҙа ла әүҙемлек артты.
Социологик һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәшәүсе халыҡтың ни бары 1-2 процентын милли мәсьәлә борсой, ә 75 проценттан ашыуы төбәктәге сәйәсәтте ыңғай баһалай. Һуңғы йылдарҙа республикала милләт-ара аралашыуҙы көйләүгә дәғүә белдергән бер ниндәй ҙә етди пикет йәки митинг булғаны юҡ. 2011 йылдың төп ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни ваҡиғаһы булған Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына өлгәште, ғүмер буйы килгән татыулыҡ тағы ла нығынды.
Йыл ваҡиғаһына торошло тағы бер хәл тураһында телгә алмай китеү яҙыҡ булыр: быйыл ил Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостанға ике тапҡыр килеп китте! Тәүге килеүенә Рәсәй Дәүләт Советы Президиумының милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһенә арналған күсмә ултырышы сәбәпсе булһа, икенсеһендә маҡсаты республикабыҙға планға ярашлы эш сәфәре ине. Бындай иғтибар, әлбиттә, күп төбәктәргә тәтемәй. Рәсәй етәкселәренең Башҡортостанды башҡаларға өлгө итеп ҡуйыуына, һис шикһеҙ, беҙҙең илдә иң имен һәм алдынғы төбәктәр иҫәбендә булыуыбыҙ нигеҙ бирә.