Нәсихәттәр30.08.2013
Ата-әсә хаҡы

Изге “Ҡөрьән” ата-әсәгә изгелекле, ихтирамлы булырға өйрәтә. Хоҙай Тәғәлә уларҙың хаҡын Үҙе менән бер дәрәжәгә ҡуя.

“Раббың һиңә Үҙенән башҡа бер кемгә лә табынмаҫҡа, ата-әсәгә изгелекле булырға бойорҙо, — тиелә “Ҡөрьән”дә. — Уларға асыуланма, һуҡранма, яҡшы мөнәсәбәттә бул”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән берәү ата-әсә хаҡы тураһында аңлатып биреүен һораған. “Атайыңа “эй, атайым!” тип кенә өндәш, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Бергә йөрөгәндә ул алданыраҡ барһын. Кешеләр һинең ата-әсәң хаҡында насар уйҙа ҡалырлыҡ холоҡ-ҡылығың булмаһын.
Атаһы менән әсәһенә ҡарата изге мөнәсәбәттә булғандар алдында йәннәттең ике ҡапҡаһы ла асып ҡуйылыр”.

“Баланың күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән торманым...”

“Тормошта күҙ нуры кеүек булырлыҡ ҡатын һәм яҡшы балалар биреүен теләп, мосолман һәр ваҡыт Аллаһҡа доға ҡылып ҡына торһон”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Ғөмүмән, мосолмандар ғүмер буйы бала өсөн йәшәй, уға күркәм тәрбиә, аҡыл бирә.
Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙҙең сәждәлә оҙаҡ ҡына ултырыуына аптыраған сәхәбәләр ғәжәпләнеп: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” — тип һорай. “Юҡ, бер ни ҙә булманы, — ти Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Елкәмә ейәнем атланғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән торманым”.
Пәйғәмбәребеҙ балалар менән осрашҡанда үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлен һорашҡан, уйнарға, шаярырға яратҡан. “Балаларға бүләк бирегеҙ”, — тип өйрәткән ул.
Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙгә яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. “Эй, Аллаһ Тәғәләм! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” — тип емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға һонған ул.

Асыуҙан тыйыл — күңелең иман менән тулыр

“Арағыҙҙан кемдәрҙе күптәргә көсө етерлек тип һанайһығыҙ?” — тип һораған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләрҙән. “Көсө ташып торғандарҙы”, — тигән улары. “Дөрөҫ түгел, асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡала белгән кеше көслө була”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.

“Бөтә насарлыҡтың асҡысы — асыу”, — тигән Әбү Джәғфәр. “Дингә ысын күңелдән бирелгәнлек, иман, баҫалҡылыҡ, ғилемгә ынтылыш, тапҡырлыҡ, киң күңеллелек, саманы юғалтмау, фәҡирлеккә төшкәндә, мохтажлыҡ кисергәндә түҙемле булыу, башҡаларға ярҙам итеү — Ислам динендә төп һыҙаттар”, — тип әйтер булған Хәсән Әл-Басри.
Мосолман асыуланмай, урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ла ғәфү итә.
“Әҙәм балаһының асыуҙан тыйыла белеүен барыһына ҡарағанда ла нығыраҡ яратам, сөнки бәндә Хоҙай ризалығы өсөн асыуҙан тыйылып ҡалған һайын Аллаһ уның йәнен иман менән тулыландырып торор”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.


Вернуться назад