Төбәгебеҙҙә дини тәрбиәгә иғтибар артыуына һөйөнөүемдең сиге юҡ. Иншаллаһ, изге башланғыстың емеше мул, татлы булыр.
Дөйөм эшкә бәләкәй генә өлөшөмдө индереү ниәтендә “Башҡортостан” гәзите аша бер тәҡдимемде еткермәксемен. Мәғлүм булыуынса, Аллаһ бойорһа, быйыл Үҙәк Диниә назаратының 225 йыллығын билдәләйбеҙ. Байрам матур, күркәм шарттарҙа үтһен өсөн республикабыҙҙа тейешле шарттар булдырыу мөһим. Мәҫәлән, Өфө урамдарына, ҙур автотрассалар ситенә, шулай уҡ райондарҙа ла аят-сүрәләрҙән өҙөктәр яҙылған баннерҙар ҡуйыу ҡайһылай яҡшы булыр ине! Улар төбәгебеҙҙең йөҙөн билдәләп, әҙәп-әхлаҡҡа иғтибарҙы көсәйтеп, иң мөһиме — кешеләрҙе иманға әйҙәп, хәйерле юл теләп, изге эштәргә фатиха биреп торор, тип иҫәпләйем.
Өҫтәүенә республикабыҙ донъя кимәлендәге ҙур сараларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Алыҫтан килгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ урамдарҙағы аят-сүрәне күреп, ифрат шатланыр ине, тип уйлайым.