Туҡ башаҡ ҡына ергә эйелә30.08.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратып, уға бөтөн ғилемде биреү хаҡында бәйән ҡылған. Ергә Хоҙайҙың хәлифәһе булып төшкән атабыҙ тормошон ошо белеменә нигеҙләнеп башлаған. Тәү башлап ер һөрөүсе лә, иген үҫтереүсе лә, мал-тыуар аҫраусы ла — Әҙәм ғәләйһис-сәләм.
Исламда ғилемгә ифрат ҙур урын бирелгән. Әҙәм балаһы уға ынтылып, аң-белемен даими арттырып, Ер йөҙөн матурлап йәшәргә тейеш. Был сифаттың йәмғиәттең алға барыуындағы өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә белем донъяһы ифрат киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң. Океан ярына ҡунып, бер нисә тамсы һыу эскән ҡошто күҙ алдына килтерегеҙ. Аллаһ Тәғәләнең ғилеме ошо океан һыуылай мул, ә әҙәм балаһы уны тамсылап йотҡан ҡош кеүек.
Белем — йәмғиәтте алға этәреүсе көс, тинек. Бөйөк шәхестәребеҙ, яҙыусылар, шағирҙар ғилемгә юҡҡа ғына әйҙәмәгән. Мәҫәлән, олуғ мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре һәр заман өсөн көнүҙәк булып ҡала.
Белем тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ менән бер бөтөн. Ошоға ярашлы бер хикмәтте лә һөйләп уҙайым. Атай кеше улын баҫыуға алып сыға, ти. Малай күрә: арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап, ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, был ни хикмәт? — тип ғәжәпләнгән бала. — Ниңә улар бер төрлө түгел?” “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым, — тигән атаһы. — Башағы бушлыҡтан шулай улар. Ә инде башын эйгәндәрҙең эсе тулы ем”.
Хикмәттән аңлауығыҙса, ғилемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып, тәкәбберләнеп йөрөмәй, бәлки ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Хоҙайҙан бирелгән ҙур ғилеме менән бер ваҡытта ла маһайып, тәкәбберләнеп йөрөмәгән, киреһенсә, уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә шундайҙарҙы — белемлеләрҙе, уға яҡын торғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе — һөйә.
Ошо көндәрҙә иң матур, күркәм байрамдарыбыҙҙың береһен — Белем байрамын — ҡаршылайбыҙ. Мәктәп йылдары, белем, мәғрифәт донъяһына етәкләп индергән уҡытыусыларыбыҙ һәр ваҡыт иҫебеҙҙә, күңелебеҙҙә ихтирам, хөрмәт билдәһе булып йәшәй. Ошо бөйөк хеҙмәт кешеләренә тел асҡысы, тырышлыҡ, сабырлыҡ теләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ә балаларыбыҙға Хоҙай Тәғәлә файҙалы ғилем, күркәм тәрбиә насип итһен. Белем көнөн хәйерле сәғәттә ҡаршылайыҡ, йәмәғәт. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад