Йорттар шат тауышҡа күмелер28.08.2013
Үҙ йортоңда бәхетле ғаилә ҡороу күптәр өсөн буй етмәҫлек хыял кеүек тойолһа ла, ысынбарлыҡта уның тормошҡа ашыуы ла бик мөмкин. Бигерәк тә күп бала тәрбиәләгән парҙар өсөн. Күптән түгел Йылайыр районында йәшәгән биш ғаилә район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин ҡулынан торлаҡ һатып алыуға сертификат алып ҡыуанды. Етәксенең белдереүенсә, әле район буйынса тағы ла 27 ғаилә торлаҡ сертификаты алыуға сиратта тора. Әгәр былтыр ни бары бер ғаиләгә генә бындай бәхетте кисерергә тура килһә, был юлы Ишбулды ауылында йәшәүсе Альбина һәм Илдус Кинйәбаевтар, Иван-Ҡыуалат ауыл Советының Надеждинск утарынан Лариса һәм Николай Тиманкиндар, Шанск ауылынан Нәжиә һәм Альберт Кәлимуллиндар, Сәлим ауылынан Кинйәбикә һәм Низам Италмасовтар, Юлдыбайҙан Миләүшә һәм Рәүеф Алсыновтар оло ҡыуаныс кисерҙе. Бәхетле парҙар республикабыҙҙа ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленеүенә ҡәнәғәтлек белдерҙе, ошондай программаларҙың уңышлы эшләүенә һөйөндө һәм артабан да яңы йорттарҙа сабыйҙарҙың шат тауышы тынмауына, матур һәм бәхетле ғүмер кисерәсәктәренә ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад