Балаң уҡырға барамы? Һеҙҙән - 12 мең һум!28.08.2013
Балаң уҡырға барамы? Һеҙҙән - 12 мең һум! Уҡыу йылы алдынан була торған мәшәҡәттәр йәйге ялдан эшкә яңы ғына сыҡҡан ата-әсәнең былай ҙа йоҡа кеҫәһен тағы ла бүҫкәртә. Балаң беренсе класҡа йыйына икән – хәл уғата ҡатмарлы. Ҙур ҡалалағы “абруйлы” мәктәпкә барһа, айырыуса. Ни тиһәң дә, барыһы ла сабыйының башҡаларҙан кәм булмаҫлыҡ матур кейемдә йөрөүен, уҡыу кәрәк-ярағына мохтажлыҡ кисермәүен теләй. Ә былар буйынса һәр мәктәптә – айырым зауыҡ, айырым талаптар. Уҡырға тәүгә барған балаларҙың ата-әсәһе йыш ҡына әйберҙәрҙе алдан йүнләп ҡуйып отола. Мәҫәлән, кроссовки һатып алғанһығыҙ, ти. Ҡайһы бер мәктәптә баланың аяғы тирләүҙән хәүефләнеп кеды кейеү генә рөхсәт ителә, иҙәндә эҙ ҡалдырмаһын өсөн табаны аҡ булыуын да мотлаҡ шарт тип билдәләйҙәр. Өҫтәүенә, ата-әсәләр комитетының дәфтәр, буяу, ҡәләм кеүек әйберҙе аҡса йыйып, күмәртәләп һатып алырға ҡарар итеүе бар. Хәҙер бөтөн нәмә лә ҡиммәт, шунлыҡтан арзанырағын эҙләп тиҫтәләгән магазинды ҡыҙырырға тура килә. Әгәр мәктәп формаһы буйынса әллә ни ҡаты талап ҡуймағандар икән, кейемде хаҡын төшөрөп һатыу акцияһы иғлан иткән магазиндарҙа, баҙарҙа, шулай уҡ Интернеттағы сайттар аша осһоҙораҡҡа алырға мөмкин. Мәҫәлән, күлдәк менән салбарҙы – 300, юбканы – 200, блузканы 100 һумға ла табып була. Сифаты бер аҙ күңелегеҙҙе ҡырыр, әлбиттә, ләкин, аҡсаң самалы булһа, ни хәл итәһең. Үҙе һәйбәт, үҙе осһоҙ кейемде табыр өсөн тегеү фабрикаларының фирма магазиндары буйлап йөрөп сығырға кәңәш итә алабыҙ. Уларҙа сарафанды – 1000, пинжәкте – 1200, жилетты – 400, салбарҙы – 1100, күлдәкте – 500, костюмды 2300 һумға табыуығыҙ бар. Ҡайыш, галстук, колготки, ойоҡ, сәс ҡыҫтырғыс кеүек ваҡ-төйәккә лә 500 һумыңды сығарып һалырға тура киләсәк. Ғәҙәттә, спорт кейеменең бер төрлө булыуын талап итәләр. Футболка, күнекмәләр өсөн салбар һәм шорты алһаң, 1000 һум тирәһенә барып баҫа. Өфөлә йәшәгәндәргә түбән хаҡты “Ашан”, “Лента”, “О’кей” кеүек гипермаркеттарҙан эҙләргә мөмкинлек бар. Унда дәфтәрҙе 1 һум 90 тингә, ручканы 2 һумға табырға була. Тиҫтәләп алып ҡуйырға тырышығыҙ, сөнки барыбер кәрәгәсәк. Әлбиттә, яҙыу кәрәк-ярағының бала өсөн уңайлы, хәүефһеҙ булыуы шарт – экономия төп маҡсатҡа әйләнмәһен. Ғәҙәттә, көндәлек, дәфтәр һәм китап тышлыҡтары, төҫлө гель ручкалары, күк, һары һәм ҡыҙыл маркерҙар, төҫлө ҡағыҙ һәм ҡатырға, ПВА елеме, ҡәләм-елем, пластилин, акварель буяуы, пенал, гуашь, ҡылҡәләм, тупаҡ башлы ҡайсы, рәсем өсөн альбом һәм һыу һауыты, өсмөйөш линейка, ябай ҡәләм, төҫлө ҡәләм, юйғыс, ҡәләм ослағыс алыу талап ителә. Йәмғеһе 1000 һумдан ашалыр. Уларҙы һалып йөрөтөргә аҫмалы сумка йәки рюкзак кәрәк. Рюкзактың да төрлөһө бар бит әле: умыртҡа һөйәгенә зыян итмәһен, арҡаны өйкәмәһен, еңелерәк булһын тиһәгеҙ, аҡса йәлләмәҫкә инде. 4-5 мең һумға уҡ булмаһа ла, мең ярымға табырға мөмкин. Алмаш аяҡ кейеменә муҡсай алырға ла онотмағыҙ. Ғөмүмән, аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотонған хәлдә лә, баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн сығымдарығыҙ 10 мең һумдан ашып китә. Ярай әле сентябрҙә көсөнә инәсәк федераль ҡануниәт буйынса мәктәптә уҡыу әсбаптары бушлай бирелә тип һөйөнөргә генә ҡала. Зарланыуҙан иһә фәтүә юҡ.


Вернуться назад