"Аяҡһыҙ" булып ҡайтыуға баһа ниндәй?28.08.2013
Өфөгә яҡын урынлашҡан райондарҙың береһендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, бер нисә йылдан пенсияға сығасаҡ педагог быйылғы отпускыһында сит илдә диңгеҙ буйында ял итеп ҡайтты. "Эйе, балаларым һәйбәт ерҙә эшләй, — ти ул. — Әммә уларҙан аҡса алған икән тип уйламағыҙ — сәйәхәттең барлыҡ сығымын үҙем күтәрҙем". Ул — 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған юғары категориялы белгес, маҡтаулы исемдәре бар, йәмғиәттә абруйы ҙур. Төп эшенән тыш репетиторлыҡ менән дә шөғөлләнә. "Бындай өҫтәмә хеҙмәт күрһәтеү тыйылыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәнең үтенесен йыға алмайым, — ти педагог. — Күпселек осраҡта сит мәктәптәрҙә белем алған балалар менән шөғөлләнәм". Берәүгә лә бындай ҡаҙаныш еңел генә килмәй. Һәр көнөн, сәғәтен балаларға бағышларға, уларҙың үҫеше өсөн барлыҡ һәләтен, көсөн һалырға бурыслы уҡытыусыға айырыуса ҙур тырышлыҡ талап ителә. Әммә киләсәкте әҙерләү йөгөн иңендә күтәреп барған һәр хеҙмәт кешеһенә тейешле иғтибар күрһәтеләме? Үрҙә телгә алынған уҡытыусының кимәленә һәр кем етә аламы? Мәғариф тураһындағы яңы законда педагогтарҙың бурыстарына ҙур урын бирелгән: дөйөмләштереп әйткәндә, уларҙы замандан алда барған, һәр яҡлап һәләтле, өлгөлө шәхес итеп күреү теләге сағыла. Әммә бының өсөн тәү сиратта уҡытыусы үҙе социаль йәһәттән яҡланған булырға тейеш бит. Белеүебеҙсә, әле ҡалаларҙағы педагогтарҙың байтағы, айырыуса йәштәр, фатирға түләп, осон-осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр. Ошондай хәлдәге уҡытыусыны заман балалары һәр яҡлап өлгөлө тип баһалай аламы? Нисек кенә булмаһын, был мәсьәләнең иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. "Уҡытыусыларҙың эш хаҡы шунса процентҡа күтәрелде" тигән һүҙҙәргә күнегеп тә бөткәнбеҙ, шикелле. Ҡайһы бер һөнәр эйәләренән: "Улар ғына эшләйме ни, ә ниңә беҙҙекен арттырмайҙар?" — тигән дәғүәләрҙе лә ишетергә тура килә. Әммә уҡытыусыларҙың үҙ хәле менән ризаһыҙлығы кәмемәй. "Быйыл уртаса эш хаҡы 23 мең һум самаһына етте, тиҙәр. Ә минең, 16 йыллыҡ стажлы беренсе категориялы уҡытыусының, 14-15 мең һумдан артҡаны юҡ, — тигәйне бер педагог. — Аҙнаһына алты көн эшләйем, өҫтәүенә, класс етәксеһемен. Өйгә "аяҡһыҙ" булып ҡайтып инеүҙәрҙе, дәфтәр, көндәлек тикшереп, төн уртаһына ҡәҙәр ултырғанды ла иҫәпләй башлаһаң..." "Уртаса эш хаҡы" тигән төшөнсә нисек иҫәпләнә һуң? Үҙәк гәзиттәрҙә билдәләүҙәренсә, уның суммаһы ысынлап та шулай, алдау юҡ. "Бер уҡытыусы — 12, икенсеһе — 26, ә директор ике мәртәбә самаһы күберәк ала. Уртаса күрһәткес ана шунан килеп сыға ла инде", — тиелә бер гәзиттә. "Хәлдең торошо асыҡ күренһен өсөн, Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте кемдең күпме эш хаҡы алыуы хаҡында мәғлүмәт бирә барһын, — тип тәҡдим иткән Интернет-форумда ҡатнашыусылар. — Был алым аныҡ хәлде күрһәтәсәк". Мәсьәләнең тағы ла бер яғы бар: бөгөн күп уҡытыусы 1,5 — 2 ставкаға эшләүе арҡаһында ғына уртаса хаҡ алыуға өлгәшә. Ә Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте педагогтың был өҫтәмә йөкләмәһен иҫәпкә алмай, бер ставкала эшләү һөҙөмтәһе тип күрһәтә. "Ғәҙелһеҙлектән күпме хеҙмәт кешеһенең һаулығы ҡаҡшай, көсө кәмей, һөнәрҙең баһаһы төшә, — тигән фекерҙә профсоюз әһелдәре. — Уҡытыусы уртаса эш хаҡын бер ставкала алырға тейеш". Педагогтарҙың социаль хәлен яҡшыртыу мәсьәләһенә быйылғы мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә лә ҙур иғтибар бүленде. Президент Рөстәм Хәмитов уҡытыусыға ижади эшләү өсөн барлыҡ мөмкинлек тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы, эш хаҡын күтәреү мөһимлеген билдәләне. Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы ике йылда хеҙмәт хаҡын 14 мең һумдан 23 мең һумға ҡәҙәр күтәреүгә өлгәшелгән. "Был һан 2015 йылда — 30, ә 2017 йылда 35 мең һумға етәсәк, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Мин бында уртаса эш хаҡын күҙ уңында тотам. Әлбиттә, барыһы ла хеҙмәт стажына, квалификацияға, тырышлыҡҡа бәйле булырға тейеш. Кем күберәк эшләй, шул юғарыраҡ хаҡ, тимәк, тейешле баһа, алырға хоҡуҡлы". Ғөмүмән, мәғариф — социаль яҡтан яҡланған тармаҡ. Дәүләт ҡаҙнаһының иң күп өлөшө уны үҫтереүгә йүнәлтелә. Ошоно күҙ уңында тотҡанда, күп уҡытыусының эш хаҡы менән ризаһыҙлығы сараһыҙҙан халыҡтың "алғанға алтау ҙа аҙ" тигән әйтемен дә иҫкә төшөрөп ҡуя. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, был мәсьәләлә ғәҙеллек, эшләгәнде күрә, баһалай белеү кеүек изге төшөнсәләр ҙә ҙур әһәмиәткә эйә бит.


Вернуться назад