Быйылғы Белем көнөн ҙур ҡыҙыҡһыныу, тулҡынланыу менән ҡаршы алабыҙ, сөнки мәктәптәрҙе байтаҡ үҙгәреш көтөүе мәғлүм. Улар араһында һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә, шик-шөбһәгә һалғаны ла бар. Шулай ҙа бер яңылыҡ — уҡыусыларҙың "икенсе тыуған йорто"на бер төрлө кейемдә килеүе күптәр өсөн шатлыҡлы күренеш булыр. Әлбиттә, мәктәп формаһы беҙҙең ил өсөн ят түгел. 1834 йылда империяла дөйөм граждан мундирын раҫлаған закон ҡабул ителгәндән алып уҡыу йорттарына берҙәм кейем индерелә башлай. Был тәртип Октябрь революцияһынан һуң бөтөрөлһә лә, 1949 йылда элекке рәүешкә кире ҡайтырға ҡарар ителә: малайҙарға яғаһы тура торған хәрби гимнастерка, ҡыҙҙарға көрән төҫтәге күлдәк һәм алъяпҡыс кейҙерәләр. Күпмелер ваҡыттан малайҙар дүрт төймәле ҡалын һоро костюмда, тағы ла тиҫтә йылдан ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге, эмблема һәм алюмин төймәләр менән биҙәлгән, джинсы куртканы хәтерләткән кейемдә йөрөй башлай. Был ваҡытта ҡыҙҙарҙың мәктәп формаһы үҙгәрешһеҙ ҡала килә. 1976 йылда ғына улар өсөн ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге итәк һәм жакет булдырыла. 1988 йылда, тәжрибә үткәреү маҡсатында, ҡайһы бер мәктәптәргә мәжбүри форманан баш тартырға рөхсәт итәләр. Иреккә сығыу тиҙ арала үҙ һөҙөмтәһен бирә: 1992 йылда берҙәм кейем бөтөрөлә. Шулай ҙа байтаҡ уҡыу йортонда элекке тәртип һаҡлап ҡалынды. Күптәрҙең фекеренсә, форма баланы төрлө яҡлап тәрбиәләй, класта, мәктәптә берҙәмлек рухын тыуҙыра, социаль тигеҙһеҙлекте ҡаплай. Уҡыусыларға берҙәм кейем булдырыуҙың мөһимлеген дәүләт етәкселәренең дә хуплауы, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеп, ҡануни йәһәттән раҫланыуы был аҙымдың тотош йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булыуы
хаҡында һөйләй. Тиҙҙән уҡытыусыларҙың кейеменә лә берҙәм талаптар ҡуйылыуы ихтимал. Әле Рәсәй Дәүләт Думаһында Мәктәп намыҫы кодексын булдырыу эше бара. Унда уҡыусыларҙың ғына түгел, педагогтарҙың да мәктәптә үҙ-үҙен тотошо, тәртип ҡағиҙәләре яҙыласаҡ. Гөлйемеш САДИҠОВА, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры: — Беҙҙең гимназияла берҙәм форма һәр саҡ булды. Шуға ла быйылғы уҡыу йылына ҡуйылған талапты ҙур яңылыҡ тип ҡабул итмәнек, аптырашта ҡалманыҡ. Беҙҙә малайҙар — аҡ күлдәк һәм ҡара салбар, ҡыҙҙар блузка менән сарафан кейә. Моделдәрҙе рәссамдарыбыҙ үҙҙәре ижад итә. Улар тәҡдим иткән төрҙәр араһынан иң матурын, килешлеһен, уңайлыһын уҡыусылар менән бергә фекер алышып, кәңәшләшеп һайлайбыҙ. Ғөмүмән, берҙәм форма кәрәк. Ул — ҙур тәрбиә сараһы, мәктәптең генә түгел, тотош йәмғиәттең йөҙө. Әле уҡытыусыларҙың өҫ-башына ҡарата ла ниндәйҙер талаптар булдырыу хаҡында фекерҙәрҙе яҡлайым: тәртип күп осраҡта кейемдән башлана. Хәҙисә КИНЙӘҒОЛОВА, Абҙан мәктәбе директоры, Архангел районы: — Белем көнөнә ҡыҙҙарыбыҙ — һоро күлдәктә, аҡ алъяпҡыста, малайҙарыбыҙ аҡ күлдәктә, ҡара костюмда киләсәк. Кейемдең ошондай төрөн һайлауҙы дөйөм йыйылышта тәҡдим иткәйнек, ата-әсә дәррәү хупланы. Хаҡ, әлбиттә, төрлө ерҙә төрлөсә. Ҡыҙҙарға форманы район баҙарында 1 500 һумға алырға мөмкин, тиҙәр. Малайҙарға иһә 2 500 һумдан осһоҙҙо табып булмай. Һәр хәлдә, берҙәм форма индерелеүенә уҡытыусылар ҙа, ата-әсә лә ҡәнәғәт. Балалар ҙа замансараҡ кейем кәрәк тигән дәғүә белдермәй.