Йәштәрҙе субсидия көтә28.08.2013
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев мәғариф өлкәһенең яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса видеоконференция үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, быйыл мәктәпкә 13 500 миллион уҡыусы барасаҡ, шуларҙың 1 500 миллионы — I класҡа. Дмитрий Медведев быйыл төбәктәрҙәге мәғариф системаһына 40 миллиард һум самаһы аҡса бүленеүен, белем биреүҙең ҡыҙыҡлы булырға, уңайлы, хәүефһеҙ шарттарҙа башҡарылырға тейешлеген билдәләне. Уның әйтеүенсә, биш йыл эсендә авария хәлендәге мәктәптәр ике тапҡырға кәмегән. Хөкүмәт Рәйесе шулай уҡ яҡын арала иң төпкөлдәге уҡыу йорттарында ла балалар өсөн ҡайнар аш ойоштороу мәсьәләһенең хәл ителеренә ышаныс белдерҙе. Дмитрий Медведевтың йәш уҡытыусыларға ипотека буйынса ставканы кәметеү һәм тәүге иғәнәгә аҡса биреү хаҡындағы бойороғо педагогтар өсөн айырыуса һөйөнөслө яңылыҡ булыр. Субсидия дәүләт ҡарамағындағы дөйөм белем биреү учреждениеларының 35 йәшкә тиклемге уҡытыусыларына биреләсәк. Торлаҡтың уртаса хаҡына ярашлы, һәр төбәк өсөн айырым сумма ҡаралған. Өҫтәүенә, уҡытыусыларға ипотека ставкаһы баҙарҙағы хаҡтан кәмерәккә — йылына 8,5 процентҡа биреләсәк. “Был ҡарар йәш педагогтарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ярҙам итер тип ышанам”, — тине Дмитрий Медведев.