Иҙел тип атала ул27.12.2011
Ауылдарҙа ҡарт-ҡоро ғына ҡала, йәштәр тыуған төйәгенән китеү яғын ҡарай, тип хәүефләнгән һәм зарланған мәлдә, райондарҙа яңы төҙөлөш майҙандары барлыҡҡа килеүенә бик ышанғы ла килмәй. Шулай ҙа һөйөндөрөрлөк яңылыҡтар бар. Мәҫәлән, Белорет районының Сермән ауылы хакимиәте ҡарарына ярашлы, ошо биләмәлә яңы ауылға нигеҙ һалынды. Уға Иҙел тигән матур исем дә ҡушылды. Исеме есеменә тап килеп тора — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, шул төбәккә хас ғәжәйеп хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан ул.
Башҡортостан картаһында яңы географик биләмә барлыҡҡа килеүгә Сермәндә тыуымдың артыуы сәбәп булған. Бында йыл һайын 30 – 50-ләгән бәпес туйы үткәрелә, 15 – 20-ләп йәш ғаилә тормош ҡора. 2011 йылды хатта рекордлы тип атарға ла мөмкин — яҡты донъяға ауаз һалыусыларҙың һаны 60-ҡа еткән. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы һаны өс меңгә яҡынлашып килә.
Яңы ауылға нигеҙ һалыныуы күптәрҙе хайран ҡалдыра. Рәсәй биләмәһендәге ҡайһы бер ауылдарҙың бөтөүе күҙәтелгәндә, бындай хәл, ысынлап та, ғәжәпләнерлектер.
Сермәндә заман талаптарына яуап биргән мәктәп, интернат, балалар баҡсаһы, музыка мәктәбе һәм ауыл мәҙәниәт йорто бар. Шуға ла хәҙер йәштәр тыуған төйәгенән китергә ашыҡмай, ошонда төпләнеүҙе хуп күрә. Йорт һалырға урын етмәгәс, яңы ауылға нигеҙ һалыу уйы тыуған. Тәүге урамының исеме лә мәғәнәле — Батырҙар урамы. Ҡола яланда төйәкләнергә тәүәккәлләүселәр хөрмәтенә шулай аталған ул.
Белорет районында үҙ нигеҙен ҡорорға ынтылыусы йәштәр федераль һәм республика кимәлендәге программаларҙан файҙаланырға тырыша. Ни тиһәң дә, Рәсәйҙә өр-яңы ауыл барлыҡҡа килә бит.


Вернуться назад