Бәләгә тарығандарға — өҫтәмә аҡса27.08.2013
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең кисәге 45-се ултырышында йәйге ташҡында бәләгә тарыған Әбйәлил һәм Белорет райондарының территориаль һайлау комиссияларына өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар итте.
Ултырышта шулай уҡ тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләүҙең, һайлау комиссиялары протоколдарын төҙөүҙең, һайлау һөҙөмтәләрен аныҡлауҙың, республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлағанда “Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһын файҙаланып мәғлүмәт алыу, тапшырыу һәм эшкәртеүҙең берҙәм тәртибе раҫланды.


Вернуться назад