Өфө ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы27.08.2013
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренән йәш журналистар, блогерҙар һәм фотохәбәрселәрҙең халыҡ-ара йыйыны Өфөлә бер нисә көн барҙы. Улар ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән дә осрашты.
– Ҡабул итеүгә беҙ һәр саҡ шат, – тине Өфө мэры. – Һеҙҙең сәфәрегеҙ оло мәғәнәгә эйә – Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышыу күңелегеҙҙә бай тәьҫораттар ҡалдырыуына ышанам, тыуған илегеҙгә ҡайтып күргәнегеҙҙе ватандаштарығыҙға һөйләйәсәкһегеҙ.
Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфө йылдан-йыл күркәмләнә һәм төҙөкләнә, инфраструктура яҡшырғандан-яҡшыра, төҙөлөш йылдам бара, транспорт ағымын көйләү йәһәтенән күп эш башҡарыла. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, инвесторҙарҙы йәлеп итеү ҙә — иғтибар үҙәгендә. Ҡала хакимиәте башлығы, спорт йүнәлешенә туҡталып, беҙҙә донъя кимәлендә ойошторолған сараларҙы телгә алды.
– Өфөнөң йәшел ҡала булып танылыуы барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ – уның янынан биш йылғаның ағыуы, тирә-яҡтың ағасҡа күмелеүе, әлбиттә, күп нәмә хаҡында һөйләй. Был бәрәкәтле ергә килеп төпләнергә ашҡынып тороусылар бихисап. Ҡыҫҡаһы, ҡала йәшәү өсөн бик тә уңайлы, – тине И. Ялалов.
Бешкәк вәкиле Талайбек Дайербеков ихлас ҡабул иткәндәре өсөн Башҡортостан етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе, башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтарының йола, ғөрөф-ғәҙәт, мәҙәниәт һәм башҡа йәһәттән уртаҡлыҡтарын һанап сыҡты, хатта Өфөнөң Бешкәккә оҡшауын да билдәләне.
Тажикстан ҡунағы Ойгөл Одинаева хакимиәт башлығына йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында һорау бирҙе, ә Ташкент ҡыҙы Евгения Колосова туризмдың үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Ирек Ялаловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәрҙе торлаҡлы итеү һәр саҡ етәкселектең күҙ уңында, туризмды үҫтереү һәм камиллаштырыу ҙа – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ҡытай вәкиле Ди Дохуа баш ҡалаға килеүселәр өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылыуын белеште. Артабан ҡунаҡтар Ләлә-Тюльпан мәсетендә булды, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды, республиканың Хәрби дан музейын ҡараны.