Ҡаһарманлыҡ онотолмаһын27.12.2011
Фашист Германияһының СССР-ға ҡаршы иғлан итмәйенсә мәкерле рәүештә һуғыш башлауына 70 йыл тулыуын ошо йылдың 22 июнендә билдәләнек. Был фажиғәле көндө хәтергә алмау һис мөмкин булманы, сөнки күптәрҙе иртә олоғайтҡан, ваҡытынан алда гүргә индергән, өмөт-хыялдарҙы ҡыйған ҡайғы көнө булып, ул әле лә хәтерҙә һаҡлана.
Ҡырмыҫҡалы районынан Марат Хәсәновтың Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә арнап яҙған “Әсәйҙәргә ҡасан һәйкәл ҡуйылыр икән?” тигән мәҡәләһе уҡыусыларыбыҙҙы тәрән уйландырҙы. Авторҙың тәҡдиме бөгөн дә көнүҙәклеген, әһәмиәтен юғалтмаған кеүек. Бына уның “һәйкәлһеҙ батырлыҡҡа” ҡағылған тәҡдиме:
“Ҡәһәрле һуғыш осоронда ауыл кешеләре кисергән михнәттәрҙең иге-сиге булманы. Әле килеп шуға хайран ҡалам: ауыл ҡарттары, бисәләре, йәштәр нисек түҙҙе икән был тиклем михнәттәргә? Ниндәй көс менән еңде икән улар әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡты? Ә бит бер кем дә, ҡабатлап әйтәбеҙ — бер кем дә ауырлыҡтарға бирешеп, ҡайғыларға һалышып, әлегесә араҡы шешәһенә йәбешмәне, әҙәпһеҙлек юлына баҫманы!
Рәхмәт яуһын уларға.
Шуныһы ғәжәп: Рәсәйҙә, СССР-ҙа ауыл кешеләренең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр хәле бер ваҡытта ла тейешенсә баһаланманы. Әгәр ҙә сумаҙандар тулы Маҡтау ҡағыҙҙарын, күкрәктәргә тағылған билдәләрҙе, миҙалдарҙы иҫәпләмәһәң. Илебеҙ яҙмышына улар индергән өлөшкә был бик түбән баһа, уның миҡдары ла бәләкәй. Беҙҙә аттарға, хатта эт менән ишәккә лә һәйкәл бар. Һуғыш осорондағы бөтөн ауырлыҡты кисергән әсәйҙәргә, инәйҙәргә, өләсәйҙәргә, ғөмүмән, ауыл кешеләренә бәләкәй генә булһа ла берәй һәйкәл бармы? Был ғәҙелһеҙлекте әле донъя көткән оло быуын кешеләре барҙа ғына бөтөрөргә мөмкин”.