Шағир ярҙамы тос27.08.2013
Ер йөҙөнөң теге йә был тарафтарында төрлө бәлә-ҡазалар ябырылыуы тураһында көн дә ишетеп, хафаланып торабыҙ. Үкенескә ҡаршы, афәт Башҡортостанды ла урап үтмәне, уның мәкерле ҡанаты Әбйәлил районына ла ҡағылды.
Көслө ташҡын райондағы егермеләп күперҙе ағыҙа, әҙерләнгән бесән юҡҡа сыға, картуф баҡсалары һыу аҫтында ҡала. Йыуаныс булыр бер ҡыуаныс бар: үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Ошондай мәлдәрҙә бер-береңә ҡул һуҙыу, ярҙам итеү – иң изге ирекле бурыстарҙың береһе ул.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яңыраҡ ҡына Әбйәлил районының үҙәк китапханаһында халыҡ менән осрашты, бәләгә тарыусылар – биш бала атаһы Ишморат Ямаловҡа, өс бала әсәһе Лилиә Мәхмүтоваға, сәсәниә Хәнифә Әбүбәкероваға үҙ кеҫәһенән утыҙар мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтте. Халыҡ шағиры ҡанатлы шиғырҙары менән кешеләрҙең кәйефен күтәреп, китапханаға китаптар бүләк итте.