Милләттәр дуҫлығы сағылды27.08.2013
Шәмбе Йәрмәкәй районы үҙәгендә Ыҡ төбәге халыҡтарының ижадына арналған “Ата-бабалар ере” төбәк-ара фестивале булды. Был байрам — милләт-ара татыулыҡтың күркәм өлгөһө. Унда башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, удмурт, украин мәҙәниәттәре сағылдырылды.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың ун алты районынан, Татарстандан, Ырымбур өлкәһенән һәм Мәскәү ҡалаһынан 510 үҙешмәкәр артист килгән. Байрамды Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Йәрмәкәй районы хакимиәте ойошторҙо.
— “Ата-бабалар ере” фестивале йыл һайын үҫешә, киңәйә. Унда ҡатнашырға теләүселәр ҙә арта. Быйыл, фестивалдән тыш, башҡа саралар ҙа ойошторҙоҡ, — тинеләр район хакимиәтендә.
Байрам ваҡиғаларға бай булды: мәҙәниәт һарайында яҡташтар осрашыуы ойошторолдо, көн дауамында “Йәрмәкәй — бал төбәге” йәрминкәһе эшләне. “Тыуған ерем сәскәгә күмелгән” байрамы, балаларҙың һәм халыҡ кәсепселәренең ижад күргәҙмәһе, велопарад халыҡ күңеленә хуш килде. Барыһы ла уларҙа ихлас ҡатнашты.
Йәрмәкәй районы.