Мин йыл да республикала нәшер ителгән ете милли баҫмаға яҙылам. Оло йәштә булһам да, “Йәшлек”те лә, “Шоңҡар”ҙы ла алдырмай ҡалғаным юҡ. Уҡырға ла яратам, күнеккәнмен дә, элегерәк яҙышҡылай ҙа инем. Ғөмүмән, үҙемде халҡымдың бер патриоты тип иҫәпләйем.
Яҙылыуын яҙылаһың да ул, тик гәзит-журналды ваҡытында ҡулыңа ала алмай йонсойһоң. Әллә ҡайҙа ла түгел, баш ҡаланың Затон биҫтәһендә йәшәйем. Өфө тиклем Өфөлә шундай хәлгә тарығас, төпкөл район һәм ҡалаларҙа матбуғат баҫмаларын таратыуҙың ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Йортобоҙҙо 10-сы почта бүлексәһе хеҙмәтләндерә, унда мин күптән “үҙ” кешегә әйләндем инде, танып торалар. Бүлексәлә эшләгән ҡатын-ҡыҙға бер дәғүәм дә юҡ. Гәзит-журнал артынан йөрөй торғас, был өлкәләге хәлдәр менән ярайһы ғына танышҡас, хатта үҙҙәрен йәлләй ҙә башланым. Эштәре күп, ә хеҙмәт хаҡы үтә түбән. Ни өсөн әлегә тиклем почта хеҙмәте етәкселәре ошо хаҡта етди уйланмай һәм сара күрергә ашыҡмай икән? Шуға ла баҫмаларҙы таратырға кеше етешмәй, бер-ике көн эшләп ҡарайҙар ҙа китәләр. Һөҙөмтәлә беҙ — матбуғатты алдырыусылар — яфа сигәбеҙ.
Өс ай буйы хәләл аҡсамды түләп яҙылған гәзит-журналдарымды ала алмай ҡаңғырҙым. Баштараҡ почтаға үҙем йөрөнөм, әммә өлкәнәйгән кеше өсөн был еңел түгел, ара байтаҡ ҡына. Аптырағас, аһ-зарымды “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан идаралығы етәкселәренә еткерҙем. Шунан һуң “боҙ” ҡуҙғалды — барлыҡ баҫмаларҙы йыйып, өйөмә килтергәндәр. Ҡатынымдан “дәғүәм юҡ” тип ҡул ҡуйыуын үтенгәндәр, әммә ул ризалашмаған. Дөрөҫ тә эшләгән, сөнки артабан ваҡытында килтереп торасаҡтарына гарантия ҡайҙа?
10-сы почта бүлексәһе хеҙмәтләндергән участка ҙур — күп ҡатлы йорттар әллә күпме, оҙаҡламай яңылары ҡалҡып сығасаҡ, төҙөлөш ҡыҙыу бара. Минеңсә, кәм тигәндә лә өс почтальон кәрәк. Почта үҙ бурысын үтәһен өсөн юғары етәкселекте борсорға кәрәкме икән ни хәҙер?
Өфө ҡалаһы.