Сит ил белгестәре баһалаясаҡ24.08.2013
Өфөлә йыл һайын үткән социаль реклама фестивалендә күп кенә илдәрҙән талантлы кешеләр ҡатнаша. Шуға ла уның ойоштороу комитеты баһалама ағзалары араһында Рәсәйҙең танылған эксперттарын ғына түгел, бәлки социаль реклама өлкәһендә үҙ һүҙен әйткән сит ил белгестәрен дә күрергә теләүе һис ғәжәп түгел.
Әле “Ҡала СРеДаһы” (Социальной РЕкламе — Да!) баһалама ағзаларын туплау эше бара. Сит илдән ике абруйлы эксперт — Ян Кэ (Ҡытай) һәм Рубен Казарян (Ҡаҙағстан) уның составына инергә ризалыҡ бирҙе. Ян Кэ — филология фәндәре кандидаты, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Гуангу сит телдәр һәм тышҡы сауҙа университетының урыҫ теле факультеты профессоры, ошо уҡ университеттың Европа телдәре һәм мәҙәниәттәре институты директоры урынбаҫары, урыҫ үҙәге етәксеһе. Бер нисә абруйлы ғилми журналда һәм йыйынтыҡта уның 50-нән ашыу материалы баҫылған, ул сәйәси лингвистика өлкәһендә бер нисә хеҙмәт авторы. Нигеҙҙә Ҡытайҙа һуңғы тиҫтә йылдарҙағы лозунгтар һәм слогандарҙы тикшерә. Профессор Ян Кэ етәкселегендә 56 бакалавр һәм 25 магистр эштәре яҡланған. Рубен Казарян — “Aurora” йәмәғәт фонды президенты, уның ижади төркөмө йөҙҙән ашыу имидж, корпоратив һәм өйрәтеүсе видеофильмдар, роликтар төшөргән, 25-тән ашыу социаль проект эшләгән, 30-ҙан артыҡ социаль документаль фильм һәм видеоролик авторы ла. 2009 йылда был төркөм “Ҡояш аҫтындағы урынға хоҡуҡ” тигән оҙайлы проект эшләй башланы. Уның нигеҙендә “Һаумыһығыҙ, был мин”, “Юлдар”, “Өмөт”, “Мәктәп портфеле”, “Балалар Интернетта” тигән фильмдар төшөрөлгән. Һәр фильм ижтимағи яҡтан әһәмиәтле көнүҙәк темаға: ғәриптәргә мөнәсәбәт, дин тотоу мәсьәләләрендә түҙемлек, СПИД менән сирләүселәргә ярҙам, белемгә хоҡуҡ, онлайн-киңлектә балалар хәүефһеҙлегенә арналған.
Социаль реклама фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ошондай юғары кимәлдәге һөнәрмәндәрҙең баһалауы — ҡыуаныслы күренеш, был фестиваль дә, элеккеләре кеүек үк, талантлы эштәр һәм һоҡланғыс хеҙмәттәр менән иҫтә ҡалыр тип өмөтләнәбеҙ.


Вернуться назад