Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар24.08.2013
27 август
— Кино көнө;
— инженер-технолог, РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың почетлы нефтсеһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Мәғрифә Мәүлетованың тыуыуына — 100 йыл (1913 — 2004);
— фольклорсы, 1964 — 1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына — 80 йыл (1933 — 1986);

30 август
— рәссам, педагог, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Александр Тюлькиндың тыуыуына — 125 йыл (1888 — 1980);

31 август
— отставкалағы генерал-майор, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ростислав Сибәғәтуллинға — 90 йәш;

Ошо айҙа Шкапов нефть ятҡылығы асылыуға 60 йыл тула;

1 сентябрь
— Белем көнө;
— Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө;
— Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тәлғәт Зөлҡәрнәевкә — 70 йәш;
— рәссам, Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы Дамир Ишемғоловҡа — 70 йәш.


Вернуться назад