Замандан ҡалышмай әбйәлилдәр27.12.2011
Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов) элек-электән баҫыусылыҡ менән ныҡлап һәм ентекле шөғөлләнеүсе хужалыҡтарҙан һанала. Йәмғиәт ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарҙа иген һәм мал аҙығы культураларының тослоғон арттырыу маҡсатында төрлө тәжрибәләрҙе ҡулланыуы менән республикала ғына түгел, хатта илдә билдәле
Хужалыҡ баҫыуҙарын, беҙҙә етештерелгән агрегаттарҙан тыш, сит ил техникаһы ла иңләй. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыуҙа Аргентинанан һатып алынған 9 миллион һумлыҡ сәскестәр тос өлөш индергән. Әйткәндәй, бындай техника Башҡортостандың башҡа бер хужалығында ла юҡ.
Әбйәлил районы йыл аша тигәндәй ҡоролоҡҡа дусар була. Шуға ла хужалыҡ элеккесә иҫке технологияларға йәбешеп ятмай, ә төбәк өсөн, ер өсөн уңышлы булған яңы алымдар ҡулланырға, башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә тырыша. Был йәһәттән, әлбиттә, нуль технологияһы иң ҡулайлыларҙан һанала. Уны ҡулланғанда уңыштың 80 проценты тәбиғәт шарттарына бәйле булмай. Әлегә республикала был технологияға "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы ғына күскән.
Хужалыҡ малсылыҡта ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Заман техникаһы паркы яңыртыла, юғары аҡһымлы мал аҙығы культуралары майҙандары ишәйтелә, ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыла. Тоҡомло малға тейешле шарттар булған мал аҙбары ла төҙөлә. Йәмғиәттең Покровка фермаһында март айында 20 миллион һумлыҡ заманса "Бүләк" һыйыр аҙбары сафҡа индерелгән.
Заманға ярашлы "Елочка" ҡоролмаһы ҡуйылған һауыу залы бер юлы 12 һыйырҙы хеҙмәтләндерә. Унда ни бары ике һауынсы эшләй. Ҡалған эште компьютер башҡара.
Районда тәүге тапҡыр сафҡа ингән заманса һыйыр аҙбары, хужалыҡтың малсылыҡ тармағында "тәүге технология ҡарлуғасы" булараҡ, яҡшы киләсәккә өмөтләндерә. Бында өлгәшелгәндәр менән сикләнергә уйламайҙар. Етәкселек белдереүенсә, киләһе йылдарҙа хужалыҡтың иҫке фермаларын тулыһынса яңыртыу, Һамар ауылы фермаһында яҡынса мең башҡа иҫәпләнгән тағы бер заманса һыйыр аҙбары төҙөү, яҡшы техника һатып алыуҙы дауам итеп, ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә баҫыусылыҡты яңы үрҙәргә күтәреү, мал аҙығы базаһын артабан нығытыу, Покровка фермаһында тоҡом малдары үҫтереү күҙаллана. Шулай уҡ киләсәктә кадрҙар мәсьәләһенә, эшселәр өсөн торлаҡ төҙөүгә, яҡшы хеҙмәт шарттары булдырыуға етди иғтибар бирергә уйлайҙар.


Вернуться назад