Үҙгәрештәр — етемдәр файҙаһына24.08.2013
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов видеоконференция бәйләнеше рәүешендә граждандарҙы ҡабул итте. Түбәнге Новгородта ҡабул итеүҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, уның урынбаҫары Леонид Гильченко һәм ярҙамсыһы Роман Антонов ҡатнашты.
Ҡабул итеү барышында беҙҙең республика кешеһенең мөрәжәғәте ҡаралды. 20 йәшлек егет, етем бала булараҡ, закон буйынса уға тейешле торлаҡты биреүҙә ярҙам һорап Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән. Йәш кеше үҙенең законлы квадрат метрҙарын алыр өсөн ике йыл ваҡытын бушҡа сарыф иткән. Егет, фатирға мохтаж булғанлыҡтан, сиратҡа ҡуйылған. Бынан тыш, уның ҡулында етемде сиратһыҙ баш ҡала сиктәрендә бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡ менән тәьмин итеүҙе йөкмәткән суд ҡарары ла бар. Ҡабул итеү ваҡытында, мөрәжәғәт итеүсе быйыл октябрҙә Өфөнөң коттедж ҡасабаһында бер бүлмәле фатир аласаҡ, тип ҡарар ителде.
Ҡабул итеү барышында Сергей Иванов тотош ил буйынса етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе. “Етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 15-ФЗ Федераль законына индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, улар өсөн өҫтәмә хоҡуҡ гарантиялары раҫланды. Атап әйткәндә, “торлаҡ алыуға хоҡуҡ етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына инеп тә хәҙер 23 йәшкә еткән кешеләргә уларҙы ғәмәлдә торлаҡ бүлмә менән тәьмин иткәнгә тиклем һаҡлана”. Ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән бәйле, фатир алырға тейешле граждандар һаны артты. Шуға ярашлы был программаны финанслау буйынса төбәктәр иңенә өҫтәмә йөк ятты, сөнки төп бурыс Федерация субъекттары бюджеттарына йөкмәтелде.
Сергей Иванов Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабичтың һәм республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың был мәсьәлә буйынса сығыштарын тыңланы. Ул программаны финанслауҙа төбәктәргә ярҙам күрһәтеү буйынса Рәсәй Хөкүмәте өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.


Вернуться назад