Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға24.08.2013
Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаТаусылар төйәге – Учалы ҡалаһының 50 йыллығын төбәктә бик ҙурлап ҡаршылайҙар. Юбилей сараларына рәсми старт 1 февралдә үк бирелгәйне.
Ошо ваҡыт арауығында район предприятиелары араһында художестволы үҙешмәкәрлек смотры, еңел атлетика буйынса эстафета, хоккей буйынса асыҡ турнир, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында күргәҙмә һәм башҡа әһәмиәтле саралар үтте. Төҙөкләндереү эштәре бик әүҙем барҙы – ҡала яңырып, йәшәреп киткәндәй тойолдо.
Иҫтәлекле йылды билдәләүгә “Марка” нәшриәт үҙәге лә үҙ өлөшөн индерҙе: байрамдың рәсми символикаһы һүрәтләнгән ярты миллионға яҡын конверт баҫып сығарҙы. Уның бер нисә меңе Учалыға оҙатылһа, ҡалған өлөшө республиканың ҡала һәм райондарында һатыуға сығарыласаҡ. Әйткәндәй, филателия менән шөғөлләнеүселәр өсөн байрам конверттары – үҙенсәлекле табыш. Учалыла иһә 18 һум торған конверттың ике меңдән ашыуы һатылған да инде.
Төп байрам тантаналары бөгөн үтә. 50 йыллыҡ юбилей лайыҡлы уҙһын, ҡалала йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары хәтерендә сағыу иҫтәлек ҡалдырһын өсөн барыһы ла әҙер.


Вернуться назад