һөйөү булһа... / Хикмәттәр24.08.2013
Һөйөү булһа...


Ерҙә бик ауыр йәшәгән бер әҙәм балаһы теге донъяла ожмахҡа эләккән. Сәскәләрҙең хуш еҫенән күңеле бәхеткә тулышып:
— Бында ҡайһылай рәхәт икән! — тип ҡысҡырып ебәргән. — Ә Ерҙә ҡайғы-хәсрәттән башҡа бер ни юҡ... Эй, Хоҙайым, күктәге сәскәләрҙе кешеләргә бүләк итһәңсе: исмаһам, тормоштары әҙерәк еңелләшер.
— Минең сәскәләр Ерҙә лә үҫә ул, — тигән яуап ишетелгән. — Фәрештәләр уны — "күктәге кинәнес", ә кешеләр "мөхәббәт" тип атай. Һөйөү бар ерҙә бөтә нәмә гөрләп сәскә атыр.

Тормош ниндәй төҫтә?


Аҡыл эйәһе дуҫына:
— Бүлмәне иғтибар менән ҡарап сыҡ та ундағы һоро төҫтәге әйберҙәрҙе хәтереңә һалып ҡуй, — тигән.
Дуҫы ҡушылғанды бик тиҙ үтәгән.
— Ә хәҙер күҙеңде йом да бүлмәләге күк төҫтәге әйберҙәрҙе һанап сыҡ!
Аҡыл эйәһенең был һүҙҙәре дуҫын аптырашта ҡалдырған. Ул бит бүлмәлә һоро төҫтө генә күргәйне.
— Бында бит башҡа төҫтәге әйберҙәр ҙә күп, — тигән аҡыл эйәһе. — Ошо миҫалда мин һиңә тормоштоң асылын аңлатырға тырыштым. Әгәр тирә-яғыңда гел генә насарлыҡ күрәһең икән, ул һине һәр саҡ һағалап йөрөйәсәк, яҙмышыңа үтеп инәсәк. Шунлыҡтан тормошоңдағы матур мәлдәрҙе тоймай ҙа ҡалырһың. Әгәр инде, киреһенсә, гел генә яҡшылыҡ, изгелек күрһәң, эшләһәң, көтһәң, ғүмер юлың да сағыу төҫтәргә, ҡыуаныс-шатлыҡҡа бай, бәхетле булыр.

Бәхет үҙе йүгергән


Урманда Бәхет аңғармаҫтан соҡорға ҡолап төшкән. Өҫтән бер кеше үтеп бара икән.
— Сығырға ярҙам ит, зинһар өсөн, — тип тауыш биргән Бәхет.
— Бының өсөн нимә бирерһең?
— Ә ниндәй теләгең бар һуң?
— Диңгеҙ ярында урынлашҡан ҙур, ҡиммәтле йорт кәрәк!
Бәхет был кешенең теләген тормошҡа ашырған. Ә уныһы, көтөлмәгән ҙур шатлыҡтан вәғәҙәһен дә онотоп, йортона ҡарай йүгергән.
Илай башлаған Бәхет икенсе берәүҙең аяҡ тауышын ишеткән.
— Изгелекле кеше, сығар мине соҡорҙан!
— Ә урынына нимә бирерһең? Миңә ҡиммәтле машина кәрәк!
Был кеше лә теләге үтәлеү менән барыһын да онотоп китеп барған.
Соҡорҙан сығырына ышанысы юғалған Бәхет өсөнсө кешегә өмөтһөҙ генә өндәшкән:
— Миңә ярҙам итмәҫһегеҙме икән?
Был кеше Бәхетте соҡорҙан сығарған да үҙ юлы менән киткән.
— Ярҙамың өсөн нимә бирәйем?
— Бер нәмә лә кәрәкмәй.
Бәхет был кешенең артынан ҡалмай йүгергән, ти.


Вернуться назад