Көтөлмәгән хәлдәргә әҙерһеңме? (тест)24.08.2013
Ҡайһы бер кеше, көнө буйы яҙыу менән шөғөлләнһә лә, гел генә ручкаһын онотоп ҡалдыра. Ә икенсе берәү кәрәкмәгән әйберҙәрҙе лә сумкаһына тултырып йөрөй: йәнәһе, тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал. Ә һеҙ көтөлмәгән осраҡтарға әҙерһегеҙме? Тикшереп ҡарайыҡ.
1. Үҙегеҙ менән гел генә ручка алып йөрөйһөгөҙмө?
2. Запчастәр етмәгән хәлдә лә, велосипедта йәки автомобилдә сәйәхәткә сығаһығыҙмы?
3. Бесәйегеҙ бармы?
4. Плащһыҙ йәки зонтикһыҙ ямғырға йыш эләгәһегеҙме?
5. Техника страховкаланған булһа, һәләкәткә осрау бигүк ҡурҡыныс түгел. Ошолай уйлау дөрөҫмө?
6. Өйөгөҙҙә аптечка бармы?
7. Бер түгел, ике һөнәр үҙләштерергә кәрәк тип уйлайһығыҙмы?
8. Берәүһен юғалтыуҙан ҡурҡып, аҡсағыҙҙы ике янсыҡта бүлеп тотаһығыҙмы?
9. Уңыш ҡаҙаныр өсөн бөтә осраҡта ла тәүәккәл аҙым яһау мотлаҡ тип иҫәпләйһегеҙме?
10. Һәр саҡ һаҡ булырға кәрәкме?
11. Һыуытҡысығыҙ көн дә аҙыҡ-түлек менән тулы буламы?
12. Берәй мәл яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн дуҫ-ишең күп булырға тейеш тип иҫәпләйһеңме?

1, 2, 3, 6, 7, 8, 10, 12-се һорауҙарға — ыңғай, 4, 5, 9, 11-се һорауҙарға "юҡ" тип яуап бирһәгеҙ, һәр береһенә берәр мәрәй ҡуйығыҙ.

Һөҙөмтә:
* Әгәр иҫәбегеҙ 9 балдан юғарыраҡ икән, һеҙ — бик һаҡ кеше. Бер аҙымды ла уйламайынса баҫмайһығыҙ, артыҡ әйберҙе һелтәмәйһегеҙ — кәрәге тейеүе ихтимал бит.
* 3 — 9 балл йыйғандар ҙа һаҡ була, әммә саманан тыш түгел. Быны ыңғай баһаларға кәрәк: ҡайһы бер көтөлмәгән хәлдәр тормошто биҙәп ебәрә.
* 3 балдан әҙерәк һөҙөмтәгә өлгәшкән кеше алдағыһын бөтөнләй күҙаллай белмәй. Уларға "йоҡлап" йөрөмәҫкә, иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә.


Вернуться назад