Тырыштарҙың эше емешле27.12.2011
Саҡмағош – республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә иң тос өлөш индергән райондарҙың береһе. Төбәк хеҙмәтсәндәре йылды матур һөҙөмтәләр менән тамамлай. Тулайым етештереү күләме буйынса ла, финанс күрһәткестәре йәһәтенән дә саҡмағоштарҙың йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел.
Бында быйыл да иген ишелеп уңды. Район эшсәндәре, һәр гектарҙан уртаса 34,9 центнер уңыш алып, 141 мең тонна тулайым иген йыйҙы. Урып йыйыуҙы, шәкәр сөгөлдөрө алыуҙы республикала тәүгеләрҙән булып тамамлауға МТС комбайндарын йәлеп итеү ҙә булышлыҡ итте.
Йыл, ысынлап та, уңай килде. Шәкәр сөгөлдөрө лә, көнбағыш та уңды. Был техник культураларҙың тәүгеһе буйынса гектарынан 270 центнер уңыш, 72 мең 900 тонна тулайым продукция йыйып алынды. Көнбағыштың дөйөм уңышы 3370 тонна тәшкил итте.
"Базы", "Алға", “Герой", "Заря", "Победа" ауыл хужалығы кооперативтары, "Байбулат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, һәр гектарҙан уртаса 40,3 центнер уңыш алып, Саҡмағош карауайына тос өлөш индерҙе.
Район малсыларының хеҙмәт һөҙөмтәләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Ауыл эшсәндәре һан буйынса ғына түгел, сифат һәм юғары һөҙөмтәлелек менән дә алдыра. Мал һаны ишле, продуктлылыҡ дөйөм республика күрһәткестәренән шаҡтай юғары.