Һеҙ яратҡан йыр: "Бер туғандар беҙ"24.08.2013
Һеҙ яратҡан йыр: "Бер туғандар  беҙ"Рәмил Туйсин һүҙҙәре һәм көйө

Атайҙар ҙа беҙ,
Әсәйҙәр ҙә беҙ.
Йырлап йәшәргә
Тыуғанбыҙ бит беҙ.

Өйөбөҙ ҙә бер,
Көйөбөҙ ҙә бер.
Килер көнөбөҙ
Бергә үтһен гел.

Моңдарыбыҙ бер,
Ҡандарыбыҙ бер.
"Туғаным", — тиеп
Үтһен был ғүмер.

Ҡушымта:
Уйҙарыбыҙ бер,
Йырҙарыбыҙ бер.
Ни хәл итһәк тә,
Бер туғандар беҙ.


Вернуться назад