Ерҙәге ҡояш йылыһы24.08.2013
Ерҙәге ҡояш йылыһыТышта — август. Өлкәндәр әйтмешләй, "ауғыс" — йәйҙең көҙгә ауышҡан мәле. Кешелек тормошо менән сағыштырғанда, ғүмер уртаһылай: "ни сәсһәң, шуны урырһың" тигән әйтем тап ошо ваҡытҡа төбәлгән. Бер аҙ моңһоу, һағышлы, алтын төҫөн үҙ итә башлаған муллыҡ айының "хистәрен" көнбағыш баҫыуы тотошлай асып һала кеүек.
Елгә әкрен генә тирбәлеп ултырған "ер ҡояштары" икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙе хәтерләтә. Белгестәр әйтеүенсә, ошондай матурлыҡҡа ҡарап тороу ғына ла кешегә оҙаҡ ваҡытҡа етерлек көс өҫтәй. Ҡояш көндө нурға төрөндөргән кеүек, көнбағыш та, ауыр, буталсыҡ уйҙарҙан арындырып, өмөт, үҙ көсөңә ышаныс тыуҙырыуға һәләтле. Ә инде уңыш баҫыуы күңелде өйкәп торған барлыҡ мәсьәләне оноттора, үҙеңде яңынан тыуғандай хис иттерә, тип раҫлай белгестәр.
Украинала көнбағышты йорт эргәһендә күпләп үҫтерергә яраталар икән. "Ерҙәге ҡояш" матурлыҡ тыуҙырыу, орлоҡ биреүгә генә түгел, ә өйҙө, унда йәшәүселәрҙе күҙ тейеүҙән, нахаҡ һүҙҙән һаҡлауға, ғаиләлә тыныслыҡ, берҙәмлек, татыулыҡ тыуҙырыуға, һөйөүҙе нығытыуға һәләтле, тип иҫәпләй халыҡ.
Көнбағыш шулай уҡ — һаулыҡ, оҙон ғүмер, муллыҡ билдәһе. Голландияның 50 гульденлыҡ ҡағыҙ аҡсаһында ул юҡҡа ғына һүрәтләнмәгәндер. Көнбағыштың 100-ҙән ашыу төрө иҫәпләнә. Араларында гөлләмәлә бик матур күренгән декоратив сортлылары ла бар. Уларҙы иң яҡын кешеләргә бүләк итәләр.
Тарихҡа килгәндә, көнбағыштың тыуған ере — Америка. Рәсәйгә ул XVIII быуатта ғына килеп еткән. "Ерҙәге ҡояш" илебеҙҙең, шулай уҡ Канзас штатының милли символдарының береһе булып тора.
Элек-электән көнбағышта майҙың күп булыуы хаҡында белгәндәр һәм уны алырға, аҙыҡ әҙерләүҙә ҡулланырға өйрәнгәндәр. Орлоҡта кешенең һаулығы өсөн кәрәкле кальций, цинк, фтор, тимер, йод һәм башҡа микроэлементтар бар. Көнбағыш организмдағы холестерин кимәлен төшөрә, аппетитты күтәрә, сәстең, тиренең торошон яҡшырта, хәтер тарҡалыуҙан аралай. Шулай уҡ, Е витаминына бай булғанлыҡтан, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай, йөрәк-ҡан системаһының эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.

Н. Хәлисов фотоһы.


Вернуться назад