Күҙҙәренә тура ҡарағыҙ23.08.2013
Күҙҙәренә тура ҡарағыҙҺаңғырау йәки насар ишеткән кеше менән һөйләшеүе еңел түгел, шулай ҙа уларҙы мөғәмәләнән ситтә ҡалдырып, күңелдәрен китеү ярамай.
Әңгәмәләшергә тура килгәндә сурдотәржемәсегә түгел, ә уның үҙенә ҡарағыҙ, иғтибар менән тыңлағыҙ, сабыр булығыҙ, фекерен тамамлап бөтөүен көтөгөҙ, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй икән, төҙәтмәгеҙ. Нимә тиеүен төшөнмәгән осраҡта аңлаған кешеләй ҡыланмағыҙ. Ул әйтергә теләгән хәбәрҙе ҡабатлағыҙ, сөнки был уға артабан һөйләшеүҙе ялғарға ярҙам итер.
Һаңғырау йәки насар ишетеүсенең иғтибарын йәлеп итергә теләһәгеҙ, уға ым-ишара яһағыҙ йәки һаҡ ҡына ҡулына ҡағылығыҙ. Ҡолаҡҡа ҡаты кешеләрҙең барыһы ла иренгә ҡарап уҡый алмаһа ла, күҙҙәренә ҡарап, аныҡ итеп әйтегеҙ. Һөйләшкәндә яҡтылыҡ төшөрлөк урынға баҫығыҙ йәки ултырығыҙ, ул саҡта яҡшы күренәсәкһегеҙ. Һеҙгә бер нәмә лә (тәмәке, ашау, ҡулдар) ҡамасауламаһын.
Әйткәндәрегеҙҙе йәнә ҡабатлауҙы үтенһәләр, һөйләмегеҙҙе икенсерәк һүҙҙәр менән алмаштырығыҙ. Дөйөм ҡабул ителгән ым-ишара менән дә уй-фекерегеҙҙе белдерегеҙ. Аңлай алғандармы-юҡмы — белешегеҙ.
Һандарҙан торған, техник йәки башҡа ҡатмарлы терминды йә иһә адресты үҙ эсенә алған мәғлүмәтте еткерергә кәрәкһә, яҙып биреү яҡшыраҡ.
Ҡыҫҡа ғына итеп йәки баш һелкеп кенә яуапларлыҡ һорауҙар булһа, әлбиттә, һәйбәтерәк.


Вернуться назад