Ҡымыҙҙың шифаһы23.08.2013
Ҡымыҙҙың шифаһыҠымыҙҙың шифалы эсемлек икәнлеген һәр кем тиерлек белә. Әммә ул организм өсөн ни ҡәҙәр файҙалы һуң?
Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алыштырғыһыҙ дауа.
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығытыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның "тере эсемлек" булыуына бәйле. Биоактив матдәләр, В, РВ, С, А, Е төркөмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел: файҙаһы ла ҙур, шифалы ла.


Вернуться назад