"Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡайным, хеҙмәт килешеүе лә төҙөлгәйне. Әлбиттә, эшемде баһаланылар — "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн" тигән күкрәккә таҡмалы билдә менән бүләкләнеләр. Шуға ла "Хеҙмәт ветераны" тигән исемгә иҫәп тотҡайным, әммә уны биреүҙән баш тарттылар. "Быға дәүләт статистикаһы хеҙмәткәрҙәре генә хоҡуҡлы, ә ситтән йәлеп ителгәндәр түгел", — тип аңлаттылар. Был ысынлап та шулаймы?
Кәрим М.
Салауат районы.
Эйе, тап шулай. Граждандарҙы теге йәки был төр иҫәп алыуға йәлеп итеү өсөн "Росстат"тың төбәк органдары хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына тармаҡтың күкрәккә таҡмалы билдәһе "Хеҙмәт ветераны" исеме алыуға хоҡуҡ бирә тип өмөтләндерә. Эйе, ундай хоҡуҡҡа эйә булаһың, тик был дәүләт статистика органдары штатында торған граждандарға ғына ҡағыла.
Һеҙҙең менән, моғайын, хеҙмәт килешеүе түгел, ә башҡа төрлө килешеү төҙөлгәндер. Хеҙмәт килешеүе төҙөү "Росстат" органының штатына алыныуҙы аңлатыр ине. Әйтеүегеҙ буйынса, һеҙ ситтән йәлеп ителгән иҫәп алыусы һаналаһығыҙ.