Әллә ни тырышлыҡ һалмай, көс түкмәй генә аҡса эшләргә теләйһегеҙме? Әкиәттәрҙә генә була торған тылсымсылар беҙҙән алыҫ йөрөмәй һәм "ярҙам итергә" һәр саҡ әҙер. Дөрөҫ, тормошта улар алдаҡсылар тип атала.
Эшләп, ҡулына байтаҡ аҡса алырға теләүселәрҙе төп башына ултыртыуҙың бер нисә алымы менән таныштырмаҡсыбыҙ.
"Лохотрон"дың киң таралған төрөнөң береһе — өйҙә эшләү мөмкинлеге бирелеүе. Мәҫәлән, шәм, төймә, мозаика, канцелярия тауарҙары кеүек ваҡ-төйәк яһарға йәки йыйырға тәҡдим итәләр. Тик уның әтнәкәһе лә бар: эште башлау өсөн бер аҙ аҡса сығарырға тейешһең. Әлбиттә, ул юғалмаясаҡ, тиҙәр, аҙаҡтан алтын тауҙар вәғәҙә итәләр. Алданыусыларға атҡарасаҡ эшенең рәтенә төшөнөргә лә кәрәк бит әле. Шуға күрә ниндәй ҙә булһа ҡулланма йәки ҡиммәт хаҡҡа материалдар ҙа тәҡдим ителә. Кәрәк булғас, уларҙы ла алаһың.
Эш биреүселә яһаған әйберегеҙ әллә ни ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай, шуға күрә аҡса талап итә башлау менән ул ҡаса.
Ошондайыраҡ хәлдәр бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаш. "Өйҙә ручка йыйырға булдым, бының өсөн фирманың офисына барып килешеү төҙөнөм", — ти һуңынан аптырашып төп башына ултырыусылар. "Минән эштә ҡатнашҡаным өсөн алдан аҡса алып, ручкаларҙы өйгә килтерергә вәғәҙә иттеләр. Шуның менән вәссәләм! Ә бит 5 мең һум самаһы аҡса биргәйнем", — тигәндәргә уфтаныуҙан башҡа сара ҡалмай.
Эш биреүсенең алдан күсермәһе алынған тексты баҫырға, файл-картиналарҙы айырырға йәки тәржемә итергә тәҡдим итеүе лә ихтимал. Бында ла схемаһы берҙәй үк — эшләйһең һәм үҙең үк аҡса түләйһең.
"Йүләрҙәр исемлеге"нә нисек эләкмәҫкә һуң? Өйҙә ултырып ҡына аҡса эшләү, ысынлап та, ымһындырғыс тәҡдим. Һеҙгә, бәлки, аҡса түләрҙәр, әммә вәғәҙә ителгән юғары хаҡты түгел. Шуға ла эшегеҙҙең ҡатмарлылығы, күләме менән хеҙмәт хаҡын сағыштырып ҡарағыҙ. Ул сағында һеҙ түгел, ә улар түләргә тейешлеге асыҡланыр.
Тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн төрлө һорауҙар биреп ҡыҙыҡһынырға тартынмағыҙ. Яуап биргәндә алдаҡсыларҙың буталыуы ихтимал. Ғәҙәттә: "Һеҙ нимә, әллә беҙгә ышанмайһығыҙмы?" — тигәнерәк яуап ишетерһегеҙ.
Ә ни өсөн ышанырға тейешбеҙ әле?