Хужабикә ҡолағына23.08.2013
*Йәшел тәмләткестәр, йәшелсә бешергән һыуға бер семтем аш содаһы һалһаң, улар төҫөн юғалтмаҫ.
*Сәнске, бысаҡ һәм ҡалаҡтар элеккеләй ялтырап торһон тиһәгеҙ, уларҙы картуф бешкән һыуға һалып, 10 минут самаһы ҡайнатып алығыҙ, аҙаҡ ҡоро сепрәк менән һөртөгөҙ.
*Бысаҡты ҡайнар һыуҙа йыуырға кәңәш ителмәй — тупаҫлана.
*Картуф ҡыҙҙырған майҙы бер нисә тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Май һаҡлана торған банкаға йомортҡа ҡабығы һалып ҡуйһаң, ул ҡараймаҫ.
*Һөттәге көйөк еҫен бөтөрөү өсөн уны таҙа һауытҡа һылырға ла өҫтөнә дүрт ҡат итеп бөкләнгән еүеш сепрәк ҡуйып ҡайнатырға кәрәк.
*Онда һәм дөгөлә ҡорттар үрсеүҙән һаҡлау өсөн ябай ғына сара ҡулланалар: араһына таҙартылған һәм киҫәктәргә бүленгән 2-3 теш һарымһаҡ һалалар. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: һарымһаҡ киҫәктәренең өҫкө ҡатламы таҙартҡанда ватылмаһын, сөнки серей башлауы ихтимал.
* Әфлисун һәм лимонды оҙаҡ һаҡлау өсөн үҫемлек майы һөртөп, целлофан пакетҡа йәки ябыҡ һауытҡа һалырға ла һалҡынса урынға ҡуйырға.
* Әрселгән алма ҡарайып китмәһен өсөн уны аҙ ғына тоҙ ҡушылған һалҡын һыуға һалып торорға була.
* Урталай киҫелгән лимонды аш һеркәһе һалынған тәрилкәгә ҡаплап ҡуйырға мөмкин.
* Ҡатҡан сыр киҫәген йомшартыу өсөн һөткә һалып торорға кәңәш ителә. * Йомортҡа ағын күпертер алдынан һыуытҡысҡа ҡуйып тороу һәйбәт.
* Эмалле һауытҡа, быяла вазаға тоҙло, аш һеркәле һыу һалып торһаң, ул тиҙерәк таҙара.
* Оҙаҡ ҡулланғанда эмалле сәйнүктең, кәстрүлдең эсе ныҡ ҡарая. Бынан ҡотолоу өсөн уларҙы бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы иҫәбенән аш содаһы һалып, бер нисә сәғәт тоторға кәрәк. Аҙаҡ тоҙ менән ышҡып, һалҡын һыу менән сайҡарға.
* Полировкаланған табаҡ-һауытты һабынлы йылы һыуҙа йомшаҡ сепрәк йәки губка менән йыуырға кәңәш ителә.
* Һауыт-һабаны теш порошогы менән таҙартып, йомшаҡ сепрәк менән һөртһәң, ялтырап торасаҡ.
* Ҡыҙҙырылған аҡ май ҡараймаһын тиһәгеҙ, табаны үҫемлек майы менән майлағыҙ.
* Асылмаған көнбағыш майын бүлмә температураһында ике айҙан артыҡ һаҡларға ярамай. Ҡулланыла башлағанын да бер ай эсендә бөтөрмәһәң ул боҙола.


Вернуться назад