Эшһеҙлектән ҡотолайым тиһәгеҙ...23.08.2013
Эшһеҙмен тип аптыранып-уфтанып торғансы йәки башың һуҡҡан яҡҡа олағырға йыйынғансы, мөмкинлектәреңде барлап, ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләргә кәрәк.
Республикала эшһеҙҙәрҙең үҙҙәренә шөғөл табыуы, башҡалар өсөн дә эш урындары булдырыуы хуплана ғына, тип белдерә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре белгестәре. Шундай саҡта ярҙамға килергә әҙербеҙ, теләктәре булғандар рәхим итһен, тиҙәр. Үҙ эшен асырға ныҡлап ниәтләнеүселәр субсидияға өмөт итә ала. Тик бының өсөн мәшғүллек үҙәктәренә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
* эшҡыуарлыҡҡа арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн ғариза-анкета;
* төплө, нигеҙле (техник һәм иҡтисади йәһәттән) бизнес-проект;
* яңы предприятие асып, уны юридик теркәргә йыйынған хәлдә ойошманың устав проекты.
Яңы эш урындары асасаҡ кеше субсидия алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана. Комиссия бизнес-проектты бер нисә ай ҡарай һәм 10 көн эсендә килешеү төҙөүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында тәҡдим әҙерләй.
Артабан граждан юридик ойошма, крәҫтиән (фермер) хужалығы аса йәки шәхси эшҡыуар сифатында теркәлә.
Үҙ эшен башларға йыйынған кешегә эшһеҙлек буйынса 12 иң юғары айлыҡ пособие күләмендә субсидия бирелә (район коэффициенты иҫәпкә алынмай).
Хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмай, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәргә йәшәгән урындарындағы мәшғүллек үҙәктәрендә барлыҡ мәғлүмәт бушлай бирелә. Тимәк, ятып ҡалғансы, атып ҡалырға, йәғни еңде һыҙғанырға урын бар.


Вернуться назад