Сиратта тороуҙың, клиентты йә иһә телефондан шылтыратыуҙарын көтөүҙең ни ҡәҙәр ҡыйын булыуын һәр кем яҡшы белә. Шул 5-10 минутты файҙалы уҙғарыуҙың бер нисә ысулы бар.
1. Бөгөн атҡарырға теләгән эштәрегеҙҙе барлап, көндәлегегеҙгә теркәп ҡуйығыҙ.
2. Тигеҙ итеп, туҡтай-туҡтай тын алығыҙ. Кәйефегеҙ, һис шикһеҙ, күтәрелеп китәсәк.
3. Быныһы ла ябай ғына. Күңелегеҙгә ятҡан йә күптән уҡырға теләп тә ваҡыт табылмау сәбәпле ситкәрәк алып ҡуйған китабығыҙҙы ҡулығыҙға алығыҙ.
4. Сумкағыҙҙы, эш өҫтәлегеҙҙе, сәсегеҙҙе йәки аяҡ кейемегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ, кеҫәгеҙҙәге артыҡ нәмәләрҙе бушатығыҙ.
5. Фотолар ҡарап алығыҙ. Күптәр үҙҙәре менән һөйгәненең, ата-әсәһенең йәки балаларының рәсемен йөрөтә. Яҡындарығыҙҙы иҫләп, уларға һаулыҡ һәм уңыштар теләгеҙ.