Тәмле-татлыға өйрәнмәһен23.08.2013
Тәмле-татлыға өйрәнмәһенЯңыраҡ бер танышымдың йәше саҡ тулып уҙған малайына ҙур ғына кәнфит тоттороуын, ә балаһының кинәнеп ашауын күҙәттем. Быны нисек аңларға ла белмәнем...

Светлана И.


Әгәр кеше бер ҡасан да әфлисун ашап ҡарамаһа, тәмен белмәһә, был емештең уны ҡыҙыҡһындырмауы һәм аппетит уятмауы иҫбатланған. Бәләкәй баланы кәнфит, торт, булкалар менән һыйлаһаң, әлбиттә, артабан уларҙы үҙе һорап аласаҡ. Кескәйҙәр тәмле-татлыға тиҙ өйрәнә һәм башҡа "тәмһеҙ" аҙыҡ-түлектән баш тарта.
Дөрөҫ туҡландырмаған ата-әсә, бәләкәсен артыҡ ауырлыҡ туплауға дусар итеп, үҙе үк ҡыйынлыҡтар менән осраша башлай. Етмәһә, тәмлекәс яратҡандарҙа шәкәр сире һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары башланыуы ихтимал.
Балаларҙы кескенәнән үк тәм тойорға өйрәтергә кәрәк. Мал майҙарын (май, һөт өҫтө, һимеҙ ит) һәм тәм-томдо (пирожный, торт, кәнфит һ. б.) мөмкин ҡәҙәр һуңыраҡ ашата башлағыҙ. Балыҡ, диңгеҙ аҙыҡтары, емеш һәм йәшелсә яратһындар өсөн көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ. Шулай уҡ аҙыҡ-түлекте үҫемлек майында әҙерләргә өйрәнегеҙ.


Вернуться назад