Боғаҡ сире урап үтһен23.08.2013
Боғаҡ сире урап үтһенБоғаҡ — ҙур булмаған ағза, әммә уның эсендә байтаҡ төр сир булыуы ихтимал. Шуға күрә диңгеҙ кәбеҫтәһе ашау, йодлы аш тоҙо ҡулланыу менән генә сикләнергә ярамай, улар ғына барлыҡ проблемаларҙан арындыра алмай.
Боғаҡтағы ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә һуң? Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йод ҡытлығы аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалыуға килтереүсе киң таралған сәбәп һанала. Йод ҡулланыуҙы һөҙөмтәле иткәндә сирҙәрҙе иҫкәртергә мөмкин. Төбәгебеҙ йодҡа ҡытлыҡ кисергән зонаға инә, шуға күрә диңгеҙ кәбеҫтәһе кеүек йодҡа бай аҙыҡ-түлекте даими ашарға кәрәк. Мәҫәлән, ҡуҙаҡлы культуралар һәм йодлы башҡа ризыҡтарҙың өҫтәлдән төшмәүе һәйбәт. Диңгеҙ кәбеҫтәһен дарыухананан һатып алырға мөмкин һәм аш-һыу әҙерләгәндә тәмләткес сифатында ҡушырға кәңәш ителә.
Нәҫел-нәсәбегеҙҙә боғаҡ сирлеләр булһа, был хәл һағайтырға тейеш. Ул сағында булдыра алғанға ҡәҙәр йәй ҡояш нурынан һаҡланығыҙ. Сәләмәтлегегеҙгә зыян килтерерҙәй эш урындары ла һеҙҙең өсөн түгел. Дарыуҙар ҡабул иткәндә аңлатмаһындағы "кире эҙемтәһе" тигән өлөшөн диҡҡәт менән уҡығыҙ. Ғиллә шунда: кардиологияла, гинекологияла, психологияла ҡулланылыусы бактерияға ҡаршы препараттарҙың һәм дарыуҙарҙың боғаҡ эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһауы ихтимал.


Вернуться назад